

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 20 сентябрь киске сәғәт 6-ға ҡарата һайлауҙа 2 091 854 кеше тауыш биргән. Был бөгөнгө көнгә төбәктәге дөйөм һайлаусылар һанының 71,52 проценты, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәдилов.
«Тауыш биреүгә тиклем республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына 81 мөрәжәғәт килде. Граждандар кандидаттарҙы күрһәтеү һәм теркәүгә бәйле хоҡуҡи талаптар хаҡында белеште, тауыш биреү тәртибенә бәйле, шулай уҡ йәшәү урынын алмаштырыуға йә паспорттағы башҡа төҙәтеүҙәргә бәйле һайлау ҡағыҙындағы шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлауҙы һоранылар. Ҡайһы бер кандидаттар һайлау хоҡуғын боҙоу осрағы буйынса мөрәжәғәт итте. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы бөтә ялыуҙар буйынса ла ентекле тикшереү үткәрҙе», — тип хәбәр итте брифингта төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәдилов.
18 сентябрҙә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы туғыҙ мөрәжәғәт ҡабул иткән. Береһе кандидаттар тарафынан хоҡуҡ боҙоуҙарға, аныҡ ҡына әйткәндә, коррупцияға ҡағылған. Марат Ғәдилов аңлатыуынса, ғариза биргән кешене кандидаттарҙың, шул иҫәптән беҙҙең төбәктән ситтә күрһәтелгәндәрҙең мөлкәте һәм килеме борсоған.
19 сентябрҙә дүрт ялыу килгән. Улар һайлау кампанияһына асыҡлыҡ индереүгә һәм бер муниципалитетта агитация тәртибен боҙоуға ҡағылған. Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары әйтеүенсә, мәғлүмәт раҫланмаған. 20 сентябрҙә коммунистар партияһынан Өфөнөң Киров районында һайлау участкаһына күҙәтеүсене үткәрмәүҙәре хаҡында ялыу ебәрҙеләр.
«Был осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле.
Башинформ.