Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно
Йәмғиәт
20 Сентября , 13:42

Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!

Кейәүебеҙҙең һәм яу яланындағы һәр һалдаттың дошманды еңеп, ғаиләһенә, туғандарарына тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ.

Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!
Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!

🇷🇺Салауат Юлаев исемендәге батальонында хеҙмәт итеүсе Айнур Флүр улы Буләкҡолов махсус хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин Указы менән Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.

 

✅Ҡаты бәрелештәр ваҡытында батальондың инструктор-санитары Айнур Флүр улы яралы һалдаттарҙы ҡотҡара. Өҫтән дошман уты яуып тороуына ҡарамаҫтан, ул ҡаты яраланған өс һалдатҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтә һәм эвакуация килгәнсе уларҙы ташламай. Кейәүебеҙ Айнурҙың батырлығы, шәфҡәтле мөнәсәбәте, кеше ғүмере өсөн көрәше ҙур ғорурлыҡ хистәре уята. Ул махсус хәрби операцияһында 2023 йылдың сентябрь айынан сержант дәрәжәһендә намыҫлы хеҙмәт итә.

 

🇷🇺Һәр һалдаттың ғүмере, һаулығы өсөн көсөн йәлләмәй эшләй. Бәрелештәрҙә һалдаттар төрлө яралар ала, уларҙың ғүмере ҡыл өҫтөндә генә булған саҡтар ҙа күп була. Яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәткәндә Айнур һәр саҡ тормош иптәше менән кәңәшләшеп тора. Тәжрибәле табип булараҡ, Лиана Әхиәр ҡыҙы Бүләкҡолова көн тимәй, төн уртаһы тимәй, төрлө осраҡта ниндәй дарыу, ниндәй укол ҡулланырға кәңәштәрен биреп бара, Айнурға терәк булып тора. Ошондай ышаныслы тыл булғанда, кеше һаулығын һаҡлау еңелерәк тә, еңеү ҙә тиҙерәк килер!

 

🕊Кейәүебеҙҙең һәм яу яланындағы һәр һалдаттың дошманды еңеп, ғаиләһенә, туғандарарына тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ.

 

🕊🕊🕊Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Имен-һау йөрөп ҡайттығыҙ барығыҙ ҙа!

Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!
Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!
Батырлыҡ өсөн лайыҡлы награда!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас