Ашҡаҙар
+12 °С
Ясно
Йәмғиәт
23 Сентября , 09:13

Андрей Назаров вазифаһын ҡалдырҙы

Уға яңы вазифа тәҡдим ителә

Андрей Назаров вазифаһын ҡалдырҙыАндрей Назаров вазифаһын ҡалдырҙы
Андрей Назаров вазифаһын ҡалдырҙы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең кәңәшмәһендә мөһим кадр үҙгәрештәре тураһында иғлан итте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһынав тәҡдим ителде.

– Андрей Назаров Премьер-министр булып ете йыл эшләне. Дөйөм эшмәкәрлекте тикшереп сыҡтыҡ, бик көсөргәнешле, ауыр йылдар булды. Арығанын, һөнәри яҡтан яныуын да аңлайым. Ул артабан китергә теләй. Шуға күрә бөгөн ул был вазифаны ҡалдыра. Мин уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп тәҡдим итәм. Яҡын арала был һорау ҡараласаҡ, – тине Радий Хәбиров.

Уға Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн ордены тапшырылды.

Сығанаҡ - "Башҡортостан" гәзите.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас