

Бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров вазифаһын ҡалдырҙы. Уның вәкәләттәрен ваҡытлыса вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев үтәйәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был туралағы указға бөгөндән ҡул ҡуйыласаҡ.
– Мин бөгөн Премьер-министр вазифаһын Александр Николаевич Шельдяевҡа йөкмәтеү тураһында указға ҡул ҡуясаҡмын. Һеҙ булған һөҙөмтәле эшегеҙҙе дауам итерһегеҙ һәм мотлаҡ яңылыҡ индерерһегеҙ, тип ышанам. Яңы ҡарарҙар һәм яңы энергия көтәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Александр Николаевич Шельдяев 1981 йылдың 14 мартында Һарытау өлкәһенең Карловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ҡайтанан әҙерлек үткән. Төрлө йылдарҙа төрлө предприятиеларҙа ғилми хеҙмәткәр, инженер, әйҙәүсе белгес булып эшләй. Хөкүмәт структураһында, министрлыҡтарҙа етәксе вазифалар үтәй һәм 2022 йылдың сентябрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры була. Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры.
Сығанаҡ - "Башҡортостан" гәзите.