

«Интернеттағы байкерҙарҙың видеояҙмаларын ҡарап, алыҫҡа сәйәхәт итергә хыял итә инем. Тәүге сәфәремдә ут күршеләребеҙгә — Ҡаҙағстанға барып ҡайтырға булдым, миңә тағы бер дуҫым ҡушылды», — ти Гөлнәрисә.
Байкерҙар Сибайҙан сығып китә һәм тәүге көндә үк 500 саҡрым ара үтә. Гөлнәрисә, электән техниканы белгән ҡыҙ булараҡ, ваҡ-төйәк ремонт эштәрен үҙе атҡара, ә мотоцикл боҙолған саҡта юлдағы кешеләрҙән ярҙам һорай.
«Икенсе көндө яғыулыҡ эҙләп тура юлдан киттек һәм насар трассала мин «тимер атым» менән ҡоланым. Ярай әле, үҙемә бер ни ҙә булманы. Дуҫым ярҙам итте. Бергәләп эвакуатор саҡырып, Атырауға ҡалаһына юлландыҡ. Унда биш көн буйы мотоциклды ремонтланылар. Артабан Аҡтау, Аҡтүбә, Бозжыра тарлауығына сәйәхәт иттек.
Ҡайтыр юлды яңғыҙым дауам иттем. Аҡтүбәгә тиклем 300 саҡрым самаһы ҡалғас, Тоҙло Илектән байкерҙарҙы осраттым. Сәйәхәттең бер өлөшөн улар менән бергәләп үттем. Юлда кешеләр бик ярҙамсыл, ҡайҙа туҡтаһам да, ярҙам тәҡдим итәләр. Дөйөм алғанда, мин туғыҙ көн юлда булдым һәм 4 мең саҡрым ара үттем», — тип уртаҡлашты байкер.
Башинформ.