Ашҡаҙар
+9 °С
Ясно
Йәмғиәт
28 Сентября , 05:17

Берҙәм стәрлетамаҡтар кросы күңелле үтте.

Үткән ял көнөндә Стәрлетамаҡта Милләттәр кросы - Бөтә Рәсәй йүгереү байрамы уҙғарылды. Ул 2026 йылдың 26 сентябрендә Рәсәйҙең 85 төбәгендә үтте. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге йылына арналған. Һайлап алған кеүек матур аяҙ көндө Һаулыҡ паркына сараға Стәрлетамаҡтарҙың олоһо ла кесеһе лә килде.

Берҙәм стәрлетамаҡтар  кросы күңелле үтте.Берҙәм стәрлетамаҡтар  кросы күңелле үтте.
Берҙәм стәрлетамаҡтар кросы күңелле үтте.

Быйыл кроста 1811 кеше ҡатнашты. Программала төрлө йәш төркөмдәре өсөн дистанциялар ҡаралған ине: 2019 йылда тыуған һәм унан кесерәк балалар, мәктәп уҡыусылары, 7 йәшкә тиклемге балалары булған ғаилә командалары, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, хәрби хәрәкәттәр һәм спорт ветерандары, студенттар, шулай уҡ предприятие һәм ойошмаларҙың хеҙмәт коллективтары. Әйткәндәй, сарала яңы ғына нигеҙләнгән «Өфө дәүләт нефть техник университеты» химия технологиялары һәм инжиниринг институты (ИХТИ УГНТУ) студенттары быйыл тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Ярышта еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа сертификаттар алды. Ярыштан һуң ҡунаҡтарҙы бутҡа, сәй менән һыйланылар, шулай уҡ «Ватан» хәрби-патриотик берекмәһенең ҡорал күргәҙмәһе ойошторолдо.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Физик культура һәм спорт комитеты мәғлүмәте буйынса.

Автор фотоһы.

Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас