

«Беҙҙең командирҙар был машиналарҙы маҡтай», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығының һүҙҙәрен республика хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов та раҫланы. Яңы партияларҙы иҫәпкә алып, фронтҡа бөтәһе 118 бронялы «Урал» ебәрелгән, тине ул.
Башҡортостанда МХО өсөн бронялы машиналар әҙерләү менән Өфөнөң «Сервис-Мастер» предприятиеһы («Башнефтегеофизика»ның бүлендек структураһы) шөғөлләнә. Предприятиела был эш 2022 йылдың көҙөнән алып барыла. 2023 йылда компания директоры Илдар Ибраһимов һөйләүенсә, бронялы «Урал»дар эшләү идеяһы МХО-ла ҡатнашыусылар менән кәңәшләшкәндән һәм «Тайфун» хәрби машиналарын өйрәнгәндән һуң барлыҡҡа килгән.
МХО биләмәһендә «Урал»дар миномет расчеттарын ташыу, алғы һыҙыҡтан яралыларҙы эвакуациялау һәм шәхси составты ташыу өсөн ҡулланыла. Шулай уҡ машиналар радиоэлектрон көрәш системалары менән йыһазландырыла.
