Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Октября , 07:09

«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.  

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды
«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды

Унда табиптар һәм шәфҡәт туташтары, уларҙың эше һәм һөнәри ҡаҙаныштары, һаулыҡ һаҡлау ветерандары һәм йәш белгестәр, табиптар династияһы, ашығыс ярҙам хеҙмәттәре һәм профсоюз ойошмалары эшмәкәрлеге хаҡында яҙған журналистар, редакциялар, ТВ-каналдар һәм радио ҡатнашты. Айырым блок медицина хеҙмәткәрҙәре араһынан МХО геройҙарына һәм фронтҡа ярҙам итеүгә арналды.

Жюри ҡарары буйынса «Башинформ» «Иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы» номинацияһында еңеүсе булды. Хәбәрсе Иван Вавилов та диплом менән бүләкләнде.

«Иң яҡшы махсус репортаж» категорияһында БСТ каналының «Честно говоря» программаһы лидер тип танылды, уның авторы һәм алып барыусыһы – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов.

Ольга Сошникова | БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы
Фото: Ольга Сошникова | БР һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы
 

Иң яҡшы федераль баҫмалар араһында «АиФ В Башкортостане» гәзите редакцияһы һәм уның хәбәрсеһе Юлия Байджанова бар. ИҢ яҡшы телекомпания — «Башҡортостан» ТРК-һы һәм комментатор Азат Ғәлиуллин, иң яҡшы район/ҡала телекомпанияһы — Next-TV каналы, лауреат – Аҡъяр ТВ (Гөлсәсәк Ниғмәтуллина).

Иң яҡшы ҡала баҫмаһы исеме «Стәрлетамаҡ эшсеһе» гәзитенә (хәбәрсе Марина Воронова), иң яҡшы район баҫмаһы — «Октябрь Ҡырғыҙ-Миәкә» гәзитенә (хәбәрсе Әлиә Абдуллина) бирелде, ә «Октябрь юлы» гәзите (хәбәрсе Светлана Фәйзуллина) лауреат исеменә лайыҡ булды.

Милли телдәге иң яҡшы баҫма — «Балтас таңдары» гәзите, иң яҡшы радио — «Юлдаш», иң яҡшы блогер – Баймаҡ үҙәк район дауаханаһынан Ленера Аралбаева.

«Медиктар — МХО геройҙары» номинацияһында «Уфимские ведомости» гәзите редакцияһы еңеү яуланы, лауреат — «Берҙәм Рәсәй» гәзите.

«Баҡалы таңдары» гәзите – профсоюз ойошмаларының эшен, «Республика Башкортостан» гәзите – «Медиктар берҙәмлеге һәм дуҫлығы» темаһын, «Ағиҙел уттары» гәзите ғаилә ҡиммәттәрен һәм медицина династияларын иң яҡшы яҡтыртыусы баҫмалар тип билдәләнде.

Гран-приҙы «Ҡыҙыл таң» гәзите яуланы.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистар берләшмәһе вәкилдәренә рәхмәт белдерҙе.

«Хәҙер мәғлүмәт быуаты, еңел булмаған осор, шуға күрә журналистарһыҙ беҙгә бик ауыр. Медицина өлкәһен һәм табиптарҙың ҡаҙаныштарын яҡтыртыуығыҙ өсөн һәр ваҡыт рәхмәтлебеҙ. Шул иҫәптән һеҙҙең тырышлыҡ менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен һәм беҙҙең табиптарҙы республиканан ситтә лә беләләр, һәм беҙҙең медицина алдынғы позицияға сыҡты. Башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ һәр ваҡыт Башҡортостандан өйрәнергә, бында килергә һәм тәжрибә үҙләштерергә кәрәклеген билдәләй. Ошондай команда эше генә беҙгә бындай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең өсөн һеҙ – ышаныслы партнерҙар», — тине Рәхмәтуллин.

Башинформ.

 

«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды
«Башинформ» иң яҡшы мәғлүмәт агентлығы тип танылды
Автор:
Читайте нас