

Республика һуңғы йылдарҙа сағыу-сағыу сара-ваҡиғалары менән федераль кимәлдә, хатта сит илдәрҙә лә билдәләлек яулай. Был, әлбиттә, күңел асыу (ғына) түгел, уның мәғәнәһендә тәрән эҙ, ә ойоштороу мәшәҡәттәрендә етди көс һәм аҡыл ята. Стәрлетамаҡ районы был йәһәттән “Сөмбөлә” икмәк байрамы менән көслө. Сираттағы тапҡыр ул 10 октябрь Рощинский ауылында үтәсәк. Сағыу сара алдынан байрам хаҡында Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Рита Сәмиғуллина менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Яуаптарҙы һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.
Туҡлыҡ һәм муллыҡ символы
– Рита Мәҙәриковна, ни өсөн икмәк байрамы? Ә, мәҫәлән, бал фествале түгел?
– Стәрлетамаҡ районы, һеҙ беләһегеҙ, ауыл хужалығы буйынса дан тотҡан район. Беҙҙә элек-электән иген менән шөғөлләнеү – төп эшмәкәрлектең береһе. Шул уҡ ваҡытта был тәңгәлдән лидер булыу ҙа ҡаныбыҙға һеңгән тип әйтһәм артыҡ булмаҫ. Былтыр иген буйынса ла, ғөмүмән, иҡтисади күрһәткестә лә лидер булдыҡ, ҡулланыусылар баҙарында ла беренсе инек. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалып, беҙ уңыш йыйыу буйынса йәнә иң алдынғы район буласағына шик юҡ! Быйыл гектарынан 39 центр иген йыйып алдыҡ һәм 235 мең тонна уңыш тупланыҡ!
Әлбиттә, әлеге уңыш артында ең һыҙғанып эшләгән ауыл уңғандары тора. Механизатормы ул, иген тултырыусы йәки бригадир – һәммәһе лә ауыр һәм мөһим хеҙмәт атҡара. Ә бит әпәкәй – барыһына баш, барыһынан өҫтөн. Шуға ер кешеһенең хеҙмәте, минеңсә, баһалап бөткөһөҙ. Беҙ хәҙер хатта үҙебеҙҙе русса әйткәндә “колосальный район” тибеҙ. Гербыбыҙҙа башаҡ, төп уңышыбыҙ башаҡ һәм колосальный һүҙе уңышлы тигәнде лә аңлата.
Шуныһына ла иғтибар итеү мөһим: икмәк-фест та түгел, икмәк фестивале лә, ә нәҡ “Сөмбөлә” икмәк байрамы (икмәкле фестиваль), сөнки, билдәле, икмәк мәҙәниәтенә бәйле фестивалдәр республикала үткәрелеп тора. Беҙ үҙенсәлеклелек юлындабыҙ.
Эйе, бал байрамы ла ойоштора алабыҙ, ҡымыҙҙы ла данлау мөһим, мәҫәлән, Калинин исемендәге ауыл хужалығы комплексы ҡымыҙҙы хатта Ҡаҙағстанға оҙата, районда бәшмәк үҫтереп, шулай уҡ сит өлкөләргә лә оҙатыусы Айрат Ишмейәровты күптәр белә. “Дүрт фермер”, “Туристик сувенер” “Видное место” брендтары... Әммә икмәктең төп ризыҡ, туҡлыҡ символы икәнен иҫәпкә алып һәм нәҡ беҙҙең район был тәңгәлдә лидерлыҡты күҙ уңында тотоп, нәҡ икмәк байрамы үткәреү дөрөҫ аҙым!
– Үҙенсәлек тигәндән, исеме ҡыҙыҡ, есеменә тап киләме? Ғөмүмән, нимә ул “Сөмбөлә”?
– Байрамдың мәғәнәһе өҫтөндә команда менән етди эш алып барҙыҡ. Икмәк байрамы тип иғлан итеү бер, уның нигеҙен дәлилләргә кәрәк. Сөмбөлә байрамы – ул туҡлыҡ, ырыҫлыҡ тантанаһы. Уны элек-электән көҙ көнө, уңыш йыйып алынғас, матур бер көндө уҙғарғандар. Ғәҙәттә, бер ҡатын-ҡыҙҙы һайлап уны Сөмбөлә тип атағандар. Был ҡатын-ҡыҙ үҙе шул ырыҫ һәм муллыҡ символы булып торған. Үҙем дә ҡатын-ҡыҙ етәксе булараҡ, был идея бик оҡшап ҡалды. Бөгөнгө көндә лә был йола әүҙем булып ҡала: демография мәсьәләһен яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, балалар табыу. Шул уҡ ваҡытта ир-егеттәр башлыса ил һағында булғанда уларҙың ғаиләләренә, ҡатындарына, әсәләренә ҙур яуаплылыҡ өҫтәлә. Ғаилә һағынан тыш, улар фронт өсөн тырышлыҡ күрһәтә, гуманитар ярҙам, рухи терәк – былар барыһы ла ҡатын-ҡыҙ менән бәйле күренеш. Быйыл, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылында байрамдың мәғәнәһе күпкә артып китә.
Күңел асыу ғына түгел
– Тимәк, байрам мәғәнәһендә икмәкте данлау менән бер рәттән ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау ҙа тора?
– Улай ғына ла түгел, “Сөмбөлә” үҙендә күп кенә бурыстарҙы туплай. Мәҫәлән, байрамда төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашып, дуҫ-татыулыҡта йәшәүебеҙҙе раҫлай, ә байрамда күп аҡса түгеп артистар саҡырыу урынына райондағы һәләттәрҙең сығыштарынан торған концерт ойоштороу урындағы таланттарҙы үҫтереүҙе өҫтөнлөклө мәсьәлә икәнен аныҡлай. Бынан тыш, байрам – ул, күңел асыу тигәнде генә аңлатмай бит. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районы былтырғы күрһәткестәр буйынса инвестициялар йәлеп итеүҙә, иң арттағылар рәтенән беренселеккә сыҡты (былтыр икенсе урын). Йәмғеһе 1,4 миллиард һумлыҡ 37 проект тормошҡа ашырылды. Ә бит ошондай, заманса тел менән әйткәндә, ваҡиғалы туризм үҙе үк районға ҡыҙыҡһыныу арттыра, инвесторҙар өсөн ҙур реклама булып тора. Мөһим дәүләт байрамыбыҙ – Республика көнө алдынан, уңыш йыйып, эштәр барланғас, район алдынғыларын тантаналы шарттарҙа бүләкләү иһә был сараға йәнә бер сағыу төҫ өҫтәй.
Әйткәндәй, күптән түгел “Сөмбөлә”не беҙ Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында “Ваҡиға – бренд, сувенер – якорь” проекттар сессияһында презентацияланыҡ.
– Былтыр “Сөмбөлә” беренсе тапҡыр уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, иген һымаҡ мул уңышлы булды.
– Ысынлап та, һәр башланғыс яуаплылыҡ талап итә, тулҡынландыра, әммә байрам уңышлы килеп сыҡты. Был – ойоштороусыларҙың маҡтаныуы түгел, әлбиттә, ә район халҡының, ҡунаҡтарҙың, байрам сараһын күргән кешеләрҙең фекере, комментарийҙары, хис-тойғолары. Байрамда, мәҫәлән, райондан ғына түгел, ә республиканың төрлө мөйөшөнән килгән ҡунаҡтар өс мең кеше булып китте. Уларға илленән ашыу йүнсел үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Әлбиттә, майҙандың төп биҙәге һәм ҡиммәте икмәк һәм икмәк продукцияһы ине. Мәҫәлән, эшҡыуар Азамат Әхмәтйәнов халыҡты махсус рәүештә әҙерләнгән йыуаса менән һыйланы. Үҙенсәлекле продукция менән хайран ҡалдырған эшҡыуарҙарыбыҙҙың исемлеген артабан да дауам итергә булыр ине. Икмәктән тыш өҫтәлдәребеҙҙә һөт тә, ит тә, сәй ҙә урын алған һымаҡ, байрам йәрминкәһендә башҡа төр продукция ла һығылып торҙо.
Байрамда ер хеҙмәте менән бәйле уйын-ярыштар майҙаны ла булды. Мәҫәлән, ҡунаҡтарға трактор менән “көс һынашып” ҡарау бик оҡшаны, “тимер атты” урынынан ҡуҙғата алыусылар бүләкһеҙ ҡалманы. Бындай мауыҡтырғыс күренештәрҙе быйыл да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаясаҡбыҙ.
Ә “Сөмбөлә”нең төп мәлдәренең береһе булып махсус хәрби операция биләмәһендә йөрөгән егеттәребеҙгә гуманитар ылау оҙатыу ине. Беҙ бында икмәк тә һалабыҙ, яугирҙарыбыҙҙы ла һис онотмайбыҙ!
Игенсе ҡыҙы
– Быйылғы байрамға ла туҡталып үтәйек. Ҡунаҡтарҙы нимә көтә?
– Барлыҡ серҙе асып биреү ҙә килешмәҫ, әммә ҡайһы берҙәрен атап үтәйек. Мәҫәлән, быйыл да илленән ашыу йүнсел кешеләрҙе ғәжәйеп төрлө продукция менән ҡыуаныдырырға вәғәҙәләй. Йәнә халыҡтар дуҫлығын күҙ уңында тотҡанда, сыуаш халҡында, мәҫәлән, (бәлки теүәл генә аңлатма ла бирә алмаҫмын) икмәкте уртаһында майлы бутҡа һалып бешерәләр икән. Шәхсән үҙемә был бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Бынан тыш та яңылыҡтар күп буласаҡ. Әйтәйек, икмәк бешереүселәр бәйгеһе үҙе үк аудиториянын иғтибарын биләр, минеңсә. Удмурт Республикаһынан, Татарстандан һәм Башҡортостандың Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ғафури, Стәрлебаш, Яфауыл, Өфө, Әлшәй, Ауырғазы һәм башҡа райондарҙан, Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат, Ишембай ҡалаларынан килгән икмәк оҫталары һис кемде лә ас һәм күңелһеҙ ҡайтарып ебәрмәҫ.
– Ябай ҙа, сағыу ҙа был сара дауамлы булһын. Ә бына шәхсән үҙегеҙ өсөн ниндәй рухи аҙыҡ бирә икмәк байрамы?
– Мин бит игенсе ҡыҙы. Атайым ғүмере буйы Федоровка районында иң ҙур хужалыҡтарҙың береһен етәкләне, агромоном да булды. Шуға ер эшенең ни тиклем ауыр икәнен, икмәктең ҡәҙерен ишетеп кенә белмәйем. Беҙ, ауыл балалары, барыбыҙ ҙа сүп утап, мал ҡарап үҫтек. Ер кешеһе өсөн ял да, отпуск та, сир ҙә юҡ икәнлеген бала саҡтан төшөндөм. Атай хаҡлы ялға сыҡҡас күпләп умарта тотто һәм бал ҡортона һөйөү уятты. Гел генә шуға ауыл эшсәндәрен бал ҡорттары менән сағыштырам. Һәр кем халыҡты туйындыра, ә игенсе иң төп ризыҡ – икмәк менән!
Шуға ошо сараны булдырыу, уны республика байрамы кимәленә еткереп, ауыл кешеһенең хеҙмәтен, уның төп продукцияһы – икмәген данлау шәхсән үҙемдең дә, тотош хакимиәттең дә мөҡҡәддәс бурысы!
ВРЕЗ: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығышынан: “Ваҡиғалы туризмға йәки байрам-фестивалдәргә ниндәйҙер күңел асыу кеүек ҡарарға ярамай. Был төбәкте лә, муниципалитеттарҙы ла алға этәреү өсөн бик етди инструмент. Икенсеһе – иҡтисадтың ҙур өлөшө, тауарҙарҙы һатыу мөмкинлеге”.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Тамара АНДРЕЕВА фотолары.
Һүрәттә былтырғы “Сөмбөлә” байрамынан күренештәр.