

Бөтә редакция менән ҡыуандыҡ.
Арабыҙҙан, журналистика, әҙәбиәт өлкәһенән вәкил булған өсөн дә, юҡһа быға тиклем әҙәбиәткә иғтибар кәмей башлаған һымаҡ ине был өлкәлә. Бәлки яңылышамдыр.
Ныҡ лайыҡлы һин! Спектакль өсөн генә түгел. Егеттар янына барып ҡайттың, китаптарың сыҡты. Әммә был темаға әле беҙ журналистар ҙа, шулай уҡ әҙәбиәт өлкәһе лә теманы һаҡ ҡына дежур мәҡәләләр, яҙмалар менән яҡтыртҡан бер мәлдә тоттоң да барып яҙҙың бит, бөтә балҡышы һәм әрнеүе менән ҡуша. Был үҙе ҡыйыу аҙым ине. Юл астың, ҡурҡмай. Әммә ныҡлап уйлап, яуаплылыҡ алып.
Яҙыусы оҫталығын шул бөтә ҡытыршылыҡты еңеп сыҡты ла.
"А что так можно было?" тигән һымаҡ ҡыйыу уйҙар китте һәм күптәребеҙ был алымға ҡушылды, китте тоҡтар сиселеп...
Һаулыҡ, уңыштар һиңә, Мөнир ағай!
Оло яҙыусы юлы иллелә саҡ башлана, инде алда Рәсәй, донъя кимәле көтә. Быға иманым камил, быға һеҙ лайыҡлы!
Рәмил Мансуров, "Ашҡаҙар" гәзите баш мөхәррире.