

Республика көнө алдынан БР Башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы хеҙмәткәрҙәрен тәбрик итте, улар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ медицина колледжы директоры Вил Рәшит улы Ибраһимов бар. Ул "Рәсәй Федерацияһының Атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре" исеменә лайыҡ булды.
Төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡаҙаныштары ордендар һәм миҙалдар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Төбәк етәксеһе шулай уҡ «Башҡортостандың Хеҙмәт династиялары» республика конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарына дипломдар тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайты мәғлүмәте буйынса.