Ашҡаҙар
+3 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Октября , 10:57

21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә

Бөгөн республикала Башҡортостандың милли бейеү көнө билдәләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә

Был дата – РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бейеүсе, легендар башҡорт хореографы, дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө. Милли бейеү көнө республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы барлыҡҡа килде, ә тәүге тапҡыр былтыр билдәләнде.
Ф.Ә. Ғәскәровтың ижади мираҫы Башҡортостан Республикаһы халҡының милли байлығы ул.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ошо сағыу байрамдың әһәмиәтен билдәләне һәм халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

«Бөгөн беҙ йәш, әммә иң сағыу һәм матур байрамды — Башҡортостандың милли бейеү көнөн билдәләйбеҙ. Был дата осраҡлы һайланмаған. 21 октябрҙә беҙҙең легендар хореограф, республиканың дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблен ойоштороусы Фәйзи Ғәскәров тыуған. Ул бейеүҙе халыҡтың йәне тип атаған. Бөгөн уның аҡыллы формулаһы сәнғәттең ошо төрөнә мөнәсәбәтебеҙҙе сағылдыра», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Төрлө халыҡтарҙың дуҫлығы, телгә, мәҙәниәткә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм традицияларға ихтирам күп милләтле Башҡортостандың һәм илдең төп көсө булып тора, тип билдәләне республика башлығы. Уның һүҙҙәренсә, бөгөнгө байрам — бер-береңде тағы ла яҡшыраҡ аңларға өйрәнеү өсөн яҡшы мөмкинлек.

«Барығыҙҙы ла ҡотлайым!» – тип тамамланы һүҙен Радий Хәбиров.
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә
21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә
Автор:
Читайте нас