

Быйыл 2025 йылда һеҙҙең иҫәптә булған машина, ер участкаһы, фатир һәм йорт өсөн түләргә кәрәк. Әгәр күптән түгел «Лада»ғыҙҙы һатһағыҙ, уның өсөн дә түләү ҡағыҙы киләсәк, сөнки 2025 йылда ул иҫәптә булды. Ә инде 2026 йылдың башында фатир һатып алһағыҙ, әлегә түләргә кәрәкмәй – тейешле һалым суммаһын 2027 йылдың көҙөндә иҫәпләйәсәктәр.
1-се сәбәп. Был аҡсаға мәктәптәр һәм балалар баҡсалары хеҙмәтләндерелә, юлдар төҙөлә
Физик шәхестәрҙең мөлкәтенә һәм ер һалымы урындағы һалымдарға ҡарай (ошо турала РФ Һалым кодексының 15-се статьяһында әйтелә). Был бөтә аҡса һеҙ теркәлгән ҡала йәки район бюджетына китә тигәнде аңлата.
Шуға күрә өйөгөҙ янындағы төҙөкләндерелгән юл, балағыҙ уҡыған мәктәптә алынған яңы ҡорамалдар, ҡала урамдарындағы матур сәскә түтәлдәре, балалар майҙансыҡтары һәм эскәмйәләр – былар барыһы ла һәр һалым түләүсенең үҙ өлөшөн индереү һөҙөмтәһе. Әгәр һәр кем түләмәҫкә ҡарар итһә, быларҙың береһе лә булмаҫ ине.
Һалым «ерле» булғанға күрә, һәр Совет депутаттары уның күләмен үҙаллы билдәләй һәм льготалар индерә ала. Әммә ғәҙәттә барыһы ла тәҡдим ителгән ставкаларҙы тота. Шуға күрә күрше райондарҙа һалым бер ни тиклем айырылыуы мөмкин, әммә процент өлөшө әллә ни ҙур түгел.
Ә бына транспорт һалымы тулыһынса Башҡортостан бюджетына китә, был аҡсаға иҫке юлдарҙы ремонтлайҙар һәм яңыларын төҙөйҙәр. Уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары билдәләй, шуға күрә республиканың бөтә территорияһында ул бер төрлө.
2-се сәбәп. Барыһын да эшләүгә өс минут етә
Банкка йәки почтаға бармайынса, сиратһыҙ, комиссияларһыҙ һалым түләүҙең иң ябай ысулы – Дәүләт хеҙмәттәре, һалым түләүсенең шәхси кабинеты йәки банктарҙың ҡушымталары аша. «Һалым» бүлегенә ингәс, түләү суммаһын күрерһегеҙ. Уға баҫып, карта номерын индерегеҙ. Булды! Һалымдар түләнде. Бер ҡатмарлығы ла юҡ.
Мөһим! Һәр ваҡыт иғтибарлы булығыҙ, дөрөҫ сайтта булыуығыҙға инанығыҙ. Ҡайһы берҙә мутлашыусылар, оҡшаш адрес яһап, сайттарҙың ялған күсермәһен эшләй, мессенджерҙарҙа алдаҡ һылтанлар менән хәбәрҙәр ебәрә. Ялғандан һаҡланығыҙ!
3-сө сәбәп. Артыҡ мәшәҡәттәргә тарымағыҙ
Һалым түләмәүҙең хаҡы ҡайһы берәүҙәр уйлағандан күпкә ҙурыраҡ.
Беренсенән, 2 декабрҙән бурыс суммаһына көн һайын Рәсәй банкының төп ставкаһының 1/300 өлөшөнә тиң пеня өҫтәлә башлай. Әлеге көндә ставка – 14 процент. Был 1000 һум бурысҡа көн һайын 46 тин өҫтәләсәк тигәнде аңлата.
Икенсенән, бурыслыларҙың банк иҫәптәренә, мөлкәтенә арест һалына.
Өсөнсөнән, һалым бурыстары өсөн сит илгә сығармайҙар. Әгәр суд приставтары башҡарма эш асһа һәм бурыс күләме 30 мең һумдан күберәк булһа, сит илгә сығыу сикләнә. Әгәр эш асылып, бурыс ирекле башҡарыу ваҡыты тамамланғандан һуң ике ай эсендә түләнмәһә, был сик 10 меңгә тиклем кәмей. Сит илгә сығыуҙы тыйыуҙы аэропортта самолетҡа ултырыр алдынан алып ташлап булмай.
Сикләүҙе бөтөрөү процесы ваҡыт талап итә: бурысты түләргә, суд приставтары хеҙмәтенең башҡарма йыйымдарын индерергә, ведомстволарҙың түләүҙәрҙе раҫлауын һәм башҡарма производствоның суд приставы-башҡарыусы тарафынан ябылыуын көтөргә кәрәк.
Был бит ныҡ насар хәл: билет һатып алынған, ҡунаҡханала урын билдәләнгән, ә аэропортта һинең бер ҡайҙа ла бара алмауың асыҡлана…
Бер нисә мең һум бурыс арҡаһында ошо хәлгә тарыу кәрәкме?
4-се сәбәп. Бурысты барыбер түләтәсәктәр
Былтыр йыл аҙағында РФ Һалым кодексына төҙәтмәләр үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы һалым инспекцияһы, кешенең күрһәтелгән сумма менән риза булыуына йәки булмауына ҡарап, суд аша йәки судтан тыш тәртиптә бурыстарҙы түләтә ала.
Әгәр һалым белдереүен алып, унда артыҡ фатир күрһәтелеүен, льгота иҫәпкә алынмауын йәки башҡа хилафлыҡ күрҙегеҙ икән, «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»на инеп йәки заказлы хат аша мөрәжәғәт яҙырға һәм үҙ дәлилдәрегеҙҙе күрһәтергә кәрәк. Ғәҙәттә бындай һорауҙар бер ай эсендә ҡарала.
Әгәр тәғәйенләнгән һалымдар менән риза булһағыҙ, әммә уларҙы ваҡытында түләмәһәгеҙ, бурысығыҙ барлыҡҡа киләсәк. Һалым хеҙмәте бурысты билдәле бер ваҡыт эсендә ҡаплауҙы талап итә. Был талапты ла иғтибарһыҙ ҡалдырһағыҙ, һеҙгә һалым хеҙмәтенән мәжбүри түләтеү тураһында ҡарар киләсәк. Закон буйынса граждандарға бурысты үҙаллы ҡаплау өсөн ете көн бирелә, шунан һуң һалым хеҙмәте банкка граждандың иҫәбенән аҡса күсереүгә йөкләмә ебәрә. Был талапты банк үтәргә тейеш була.
Дөрөҫ иҫәпләгәндәрме икәнен нисек тикшерергә?
Хәҙер һалымдарҙы роботтар иҫәпләй, шуға күрә хаталар һирәк була, әммә ҡайһы берҙә осрап ҡуя. Әгәр тикшереп ҡарарға теләһәгеҙ, һалым онлайн-калькуляторын ҡуллана алаһығыҙ.
Ошо куар-код буйынса транспорт һалымын иҫәпләргә мөмкин.



Ә бының буйынса – ер һәм физик шәхестәрҙең милек һалымын.
Һеҙҙең ҡалала һәм районда ниндәй ставкалар һәм льготалар ғәмәлдә – ошонда ҡарағыҙ.
Һалым буйынса бурыстың бармы-юҡмы икәнен нисек белергә?
Быны эшләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, хатта яратҡан диванығыҙҙан йәки ҡәнәфегеҙҙән тормайынса ла башҡарырға була. «Физик шәхестәр һалымдары» ҡушымтаһы йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты»на инеп, бурыстарҙы тикшерергә һәм шунда уҡ түләргә мөмкин. Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Дәүләт хеҙмәттәре булмаһа, яҡындағы Күп функциялы үҙәккә йәки һалым инспекцияһы бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.