Ашҡаҙар
+3 °С
Облачно
Йәмғиәт
21 Октября , 12:00

Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла

Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм эшлекле уйындар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарылаРеспублика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла
Республика мәктәптәрендә һәм колледждарында берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла

22 октябрҙә Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә һәм колледждарында Берҙәм хәүефһеҙлек көнө уҙғарыла. Был көндө расписаниела – «Һаҡ булығыҙ, дроппинг!» темаһына арналған класс сәғәттәре, лекциялар һәм эшлекле уйындар. Ошо хаҡта республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин хәбәр итте.

Министр әйтеүенсә, дроппинг — ул ярҙам ғына түгел, ә үҫмергә мутлашыу йәки енәйәт юлы менән алынған килемде легалләштергән өсөн енәйәт яуаплылығы ла.

«Беҙҙең дөйөм маҡсат — балаларҙың тормошо боҙолоуына юл ҡуймау. Уларға башҡаларҙың картаһы менән «еңел эш хаҡы» алған өсөн һәр ваҡыт яуап бирергә кәрәклеген аңлатыу мөһим», — тип билдәләне Илдар Мәүлитбирҙин.

Ул шулай уҡ алтын ҡағиҙәне иҫкә төшөрҙө: бер ҡасан да үҙеңдең банк картаһын сит кешеләргә бирергә һәм башҡаларҙың аҡсаһын үҙ иҫәбең аша күсерергә ярамай.

«Хөрмәтле ата-әсәләр, бөгөн кис балаларығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ. Уларға ныҡлап аңлатығыҙ: үҙеңдең банк картаһын биреү йәки башҡаларҙың аҡсаһын күсереү — шаяртыу ҙа, өҫтәмә аҡса ла түгел. Был енәйәт. Балаларҙың именлеге — беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ», — тип мөрәжәғәт итте министр ата-әсәләргә.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас