Ашҡаҙар
+4 °С
Ясно
Йәмғиәт
22 Октября , 06:00

Радий Хәбиров Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Илсеһе Алексей Ершов менән осрашты

21 октябрҙә Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһының Үзбәкстан Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Алексей Ершовтың осрашыуы үтте. Көн тәртибендә – ике ил төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Илсеһе Алексей Ершов менән осраштыРадий Хәбиров Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Илсеһе Алексей Ершов менән осрашты
Радий Хәбиров Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Илсеһе Алексей Ершов менән осрашты

Радий Хәбиров Алексей Ершовҡа Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығы, яҡтар төрлө өлкәләрҙә берлектәге инвестиция проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Осрашыуҙа Ташкент өлкәһендә «Бекабад» Башҡортостан-Үзбәкстан индустриаль технопаркын булдырыуға айырыуса иғтибар бүлделәр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 21 октябрҙә Радий Хәбиров һәм Ташкент өлкәһе хокимы Зойир Мирзаев технопарк төҙөлөшөнә старт бирҙе. Проект предприятиеларҙы урынлаштырыу һәм төбәктәр араһында етештереү кооперацияһын үҫтереү өсөн сәнәғәт майҙансығы булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Бынан тыш, яҡтар эшлекле хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективаларын, Башҡортостан компанияларының Үзбәкстан баҙарындағы эшен, шулай уҡ предприятиеларға Рәсәй илселеге һәм сауҙа вәкиллеге ярҙам итә алған мәсьәләләрҙе ҡараны.

Осрашыуҙың темаларының береһе мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе үҫтереү булды. Атап әйткәндә, яҡтар Сәмәрҡәндтә балалар хосписын төҙөү тураһында һүҙ алып барҙы. Уның концепцияһы Башҡортостан тәжрибәһенә нигеҙләнгән, ә белгестәр Үзбәкстандан коллегаларына учреждение эшен проектлауҙа һәм ойоштороуҙа ярҙам итә.

 

Сығанаҡ.

Автор:
Читайте нас