

✅Республикабыҙ инвесторҙары үҙ ҡеүәтен Үзбәкстан иҡтисады иҫәбенә арттырырға ниәтләнә. Бекабад ҡалаһында технопарк төҙөлөшөнә старт бирелде. Башҡортостандан тәүге резиденттар паркка инергә теләк белдерҙе лә инде. Улар байтаҡ ташлама аласаҡ.
✅Республикабыҙҙа ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары, буяуҙар эшләп сығарған яңы предприятие төҙөү мәсьәләһе ҡарала. Ул, беренсенән, донъя кимәлендәге экологик талаптарға яуап бирергә тейеш, икенсенән, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Халыҡ-ара кимәлдәге ошондай бер предприятие әле Әбйәлил районында уңышлы эшләй.
✅Сәмәрҡәндтә балалар өсөн хоспис төҙөй башлаясаҡтар. Уның концепцияһы, проекты – Өфө хосписының игеҙәге. Беҙҙең белгестәр артабан учреждениеның эшмәкәрлеген юлға һалырға ла ярҙам итәсәк.