Балаларҙы яҡлау көнө алдынан Рәсәй эске эштәр министры Владимир Колокольцев енәйәтселәрҙе тотҡанда һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатҡанда ярҙам итеүсе мәктәп уҡыусыларҙы бүләкләп үтте. Ул йәш геройҙарға әүҙем тормош алып барған өсөн рәхмәт әйтте һәм улар күрһәткән батырлыҡ иң изге һүҙҙәргә лайыҡ булыуын билдәләне.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, эске эштәр министрының ҡарары менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бер нисә уҡыусы бүләкләнде, улар араһында Стәрлнтамаҡтан Аслан Ҡәлләмов та бар. Ун бер йәшлек Аслан Ҡәләмов беренсе класта уҡыған кескәй туғаны Амилияны таныш булмаған ир ҡулынан йолоп алып ҡалған ине. Владимир Колокольцев балаларға яҡшы уҡыуҙарын, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүҙәрендә уңыштар, спорт буйынса еңеүҙәр һәм яңы изге эштәр теләне.
Иҫгеҙгә төшөрөп үткәндә, быйыл 5 ферваль көндө, беренсе класта уҡыған кескәй туғаны Амилияны битлей кейгән таныш булмаған кеше ҡулынан тартып ала.
Балалар мәктәптән ҡайтып килгән, үҙҙәре йәшәгән йортҡа килеп еткәс, ағаһы Аслан подъезд ишеген асырға йүгерә. Шул мәлде таныш булмаған бер әҙәм ҡыҙ баланы артынан ҡыуып етеп, ҡулынан эләктереп үҙе менән алып китә башлай.
Быны күреп ҡалған Аслан, юғалып ҡалмай, шунда уҡ туғанын яҡларға ташлана. Ир янына тиҙ генә йүгереп килеп етеп, баланы ысҡындырһын өсөн ҡысҡырып ебәрә һәм Амилияның ҡулынан ныҡ итеп тотоп, ҡурҡынған балалар өй яғына табан йүгерәләр. Енәйәтсе ҡурҡышынан тиҙ генә ҡаса һала.
Балалар ҡайтып ингәндә әсәләре өйҙә була, был хәл тураһында ул шунда уҡ иренә хәбәр итә һәм полицияға шылтырата.
Енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала ғәйепләнеүсене асыҡлай. 18 йәшлек егет таныш булмаған ҡыҙ баланы алып китергә маташыуын таный, әммә үҙ ҡылығының сәбәбен аңлата алмай.