Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Апрель , 19:32

Андрей Назаров: Стәрлетамаҡ һәм Салауат предприятиелары менән килешеүҙәр төҙөлдө

Башҡортостан Министрҙар Кабинеты башлығы Андрей Назаров 4 апрелдә дәүләт Йыйылышында төбәк хөкүмәтенең 2023 йыл һәм биш йыллыҡ эшмәкәрлеге тураһында отчет яһаны. Республика властарының маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡалды — Башҡортостанды халыҡ тормошо өсөн иң яҡшы төбәк итеү, тип билдәләне Премьер. Докладта экологик мәсьәләләргә ҡағылышлы һөҙөмтәле миҫалдар ҙа килтерелде. Биш йыл эсендә был тармаҡтың эшен көйләү өсөн 12 млрд. 300 млн һум йүнәлтелгән.

2019 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсә, шул иҫәптән Башҡортостан да. Хәҙер йыйыу, транспортта ташыу, эшкәртеү, утилләштереү, зыянһыҙлаштырыу һәм сүп-сарҙы күмеү менән төбәк операторҙары шөғөлләнә, ә халыҡ был хеҙмәт өсөн ҡуйылған тарифтарға ярашлы түләй.

Эльдар Фаттахов   Ҡалдыҡ төрөнә ҡарап айырым контейнерҙар етештерелә
Ҡалдыҡ төрөнә ҡарап айырым контейнерҙар етештереләФото:Эльдар Фаттахов

Халыҡ ҡаты-ҡалдыҡтар сығарыу хеҙмәте менән тулыһынса тәьмин ителгән. Мониторинг системаһы индерелгән. 37 меңдән ашыу туплау урыны булдырылған. 88 мең самаһы контейнер иҫәпләнә. Был 2019 йылдың башы кимәленән 4 тапҡырға күберәк. Медицина ҡалдыҡтарын үҙәкләштерелгән зарарһыҙландырыу системаһы индерелә.

Эльдар Фаттахов   Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортировкалау башҡарыла
Ҡаты ҡалдыҡтарҙы сортировкалау башҡарылаФото:Эльдар Фаттахов

3 меңгә яҡын сүплек бөтөрөлә, йәғни 2019 йыл башында асыҡланғандарҙың 90 проценты тиерлек. Был уҙған 8 йыл менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк. Баймаҡта, Сибайҙа, Благовещенда һәм Дәүләкәндә 4 ҙур сүплекте юҡ иттеләр. Был маҡсатҡа 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. Былтыр Беҙгә Волга буйы федераль округында иң ҙур субсидия бирелде. Быйыл Күмертауҙа һәм Стәрлетамаҡта сүплектәр буйынса эштәр тамамлана.

Эльдар Фаттахов   На 18 га несанкционированной свалки ТКО по ул.Технической в этом году проводятся работы по рекультивации по национальному проекту «Экология» в рамках федерального проекта «Чистая страна»
На 18 га несанкционированной свалки ТКО по ул.Технической в этом году проводятся работы по рекультивации по национальному проекту «Экология» в рамках федерального проекта «Чистая страна»Фото:Эльдар Фаттахов

- Беҙ атмосфера һауаһының сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Былтыр Федераль ведомстволар, Республика Хөкүмәте, Башҡортостан сода компанияһы һәм «Газпром нефтехим Салауат» араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Килешеү буйынса Стәрлетамаҡта һәм Салауатта бысратыусы матдәләр сығарыуҙы 14,5 һәм 30 процентҡа кәметеү күҙ уңында тотала, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. 

Эльдар Фаттахов   Республика Хөкүмәте, һәм Башҡортостан сода компанияһы, «Газпром нефтехим Салауат» араһындағы килешеү  һауаға  матдәләр сығарыуҙы 14,5 һәм 30 процентҡа кәметергә тейеш
Республика Хөкүмәте, һәм Башҡортостан сода компанияһы, «Газпром нефтехим Салауат» араһындағы килешеү һауаға матдәләр сығарыуҙы 14,5 һәм 30 процентҡа кәметергә тейешФото:Эльдар Фаттахов
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: