Ашҡаҙар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
5 Апрель , 18:34

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлеген йомғаҡлау буйынса Андрей Назаров отчет яһаны

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлеген йомғаҡлау буйынса Андрей Назаров отчет яһаны
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда республика Хөкүмәтенең былтырғы эшмәкәрлеген йомғаҡлау буйынса Андрей Назаров отчет яһаны

Был отчет Стәрлетамаҡ ҡалаһына ла туранан-тура ҡағыла. Сөнки Башҡортостанда Стәрлетамаҡ халыҡ һаны, биләмәһе һәм сәнәғәт ҡеүәте буйынса ла Өфөнән ҡала иң ҙур округ булып тора. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: төҙөлгән объекттар буйынса ла ҡала лидерҙар рәтендә килә. Тораҡ йорттар, предприятиелар, сауҙа үҙәктәре генә түгел, бихисап социаль объекттар ҙа ҡалҡып сыға, реконструкциялана. Ҡалабыҙҙың үҫеше, төҙөкләндерелеүе, заманса ҡоролоуы тураһында  Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығышында ишетергә мөмкин булды. Шулай ҙа ҡатмарлыҡтар ҙа бар икәнен онотмайыҡ:
– Был минең ошондай отчетҡа бағышланған бишенсе докладым булып тора, шуға күрә ул былтырғы йылдың ғына түгел, ә һуңғы биш йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе лә үҙ эсенә алған. 2019 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән 2024 йылға тиклемге үҫештең стратегик йүнәлештәре билдәләнгәйне, -тип билдәләп үтте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Премьер-министр әйткәнсә, был йүнәлештәрҙе билдәләгәндә коронавирус пандемияһы, сит ил санкциялары ла, махсус хәрби операция башланасағын да алдан билдәләү мөмкин түгел ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республика алдан ҡуйылған маҡсаттарына ла иреште, ҡатмарлы ҡаршылыҡтарға ла һис бирешмәне.

“Был – беҙҙең ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙең һөҙөмтәһе. Депутаттарға, предприятиелар етәкселәренә, эшлекле һәм йәмәғәт берекмәләренә конструктив рухта эшләгәндәре, Хөкүмәттең башланғыстарын хуплап барғандары өсөн рәхмәт!” – тине Андрей Назаров.

Докладтың бер өлөшө мәғариф системаһын үҫтереүгә бәйле булды, мәҫәлән былтыр был өлкәгә 100 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Был 2022 йыл менән сағыштырғанда 10 проценттан ашыуға күберәк. Былтыр 5 меңдән ашыу балаға иҫәпләнгән һигеҙ яңы мәктәп һәм 660 урынлыҡ 3 балалар баҡсаһы асылған. Биш йыл эсендә 22 мең урынлыҡ 44 мәктәп, шулай уҡ 9,2 мең урынлыҡ 65 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Ғәмәлдә, был ваҡыт эсендә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә алдағы 9 йылға етерҙәй урын булдырылған. Федераль программа сиктәрендә ике йыл эсендә 140 мәктәп бинаһы ремонтланған. 53 мәктәптә капиталь ремонт үткәрелгән, ашханалар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай итеп, 54 мең бала өсөн уҡыу шарттары тағы ла яҡшыртылған. Былтыр программаларҙы тормошҡа ашырыу йомғаҡтары буйынса республика йәлеп ителгән федераль средстволар күләме буйынса илдә - өсөнсө, ремонтланған мәктәп биналары һаны буйынса икенсе урынды алды. Башҡортостанда мәктәп мәғарифы системаһын бындай күләмле һәм комплекслы яңыртыу тарихта тәүге тапҡыр үткәрелә.

Эльдар Фаттахов   Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе һуңғы йылдарҙа асылған полилингваль һигеҙ мәктәптең береһе булып тора
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе һуңғы йылдарҙа асылған полилингваль һигеҙ мәктәптең береһе булып тораФото:Эльдар Фаттахов

Стәрлетаҡта ла һуңғы биш йылда бында ике мәктәп, өс балалар баҡсаһы, ядро медицинаһы үҙәге асылды, бынан тыш, ҡаланың 1-се гимназияһы реконструкцияһы дауам итә.

Һәр социаль объект ҡала үҫешендә мөһим роль уйнай. Әйтәйек, яңы сафҡа ингән 9-сы мәктәп Стәрлетамаҡтың алыҫ биҫтәһе – Шахтау ҡасабаһы балаларына белем биреү мәктәбе генә түгел, ҡасабының социаль-мәҙәни үҙәге ролен дә башҡара. Бында биҫтәләге 300-ҙән ашыу бала белем ала.
Ҡалала, яңы мәктәптәр һалыу менән бер рәттән, буш торған биналарҙы үҙгәртеп ҡороу юлы менән дә белем усаҡтарын киңәйтәләр. Мәҫәлән, республикаға уҡыусыларының һәм педагогик коллективтың уңыштары менән киң билдәле булған 1-се гимназия өсөн элекке шифахана бинаһы реконструкциялана. Үҙгәртеп ҡороу эштәре “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Унда башланғыс кластарҙы тәшкил иткән 700 бала белем аласаҡ. 

Өс балалар баҡсаһының икәүһе 290 бала өсөн тәғәйенләнһә, өсөнсөһө бер юлы 260 баланы тәрбиәгә йәлеп итә ала.

Был өлкәлә яңы асылған объекттар араһында (“Башҡортостандың йөҙ йыллығына – 100 объект” проекты сиктәрендә) Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө мәктәбе айырыуса иғтибарға лайыҡ – ул республикала майҙаны буйынса иң ҙур мәктәп булып тора. Унда әлеге ваҡытта 2,5 меңгә яҡын бала белем ала.

Бөгөнгө көндә учреждение республикалағы һуңғы йылдарҙа асылған полилингваль һигеҙ мәктәптең береһе булып тора. 83 кластың 29-ы күп телдәрҙе үҙләштерһә, биш класс Рәсәй гвардияһы класы профилендә эшләй. Быйылдан башлап бында Шайморатов класы асылды, Юнармия хәрәкәте лә әүҙем. Мәктәп ҡаланың яңы биҫтәләрендә ҡалҡып сыҡҡан йорттарҙа йәшәүсе балаларҙың барлыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә.
...Бер нисә йыл эсендә генә эшләй башлаған был социаль объекттар республика, ҡала үҫешендә күп йылдар буйы роль уйнаясаҡ, сөнки һәммәһе лә мөһим урында, мөһим йүнәлештә барлыҡҡа килә.

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, кисә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 87-се статьяһына ярашлы һәм  Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса беҙҙең республика Хөкүмәтенең 2023 йылғы эшмәкәрлегенә доклад менән сығыш яһаны.  

Яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө
Яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: