Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
24 Ғинуар 2020, 14:30

Һөйәнтүҙ ҡорбандарына доға ҡылайыҡ!

Милләттәштәр, ошо иртәләрҙә Һөйәнтүҙ ауылында меңәрләп тереләй яндырылған башҡорт ҡатындары һәм балаларының йәндәре өсөн доға ҡылайыҡ! Йәндәре йәннәттә, урындары ожмахта булһын! Улар өсөн яу күтәреп һәләк булған меңәрләгән ир заттарҙың да исемдәрен онотмайыҡ! Мәңге хәтеребеҙҙә!

Һөйәнтүҙ — 1736 йылдың 24 ғинуарына тиклем Себер даруғаһының Балыҡсы улусында булған ауыл. Башҡорт халҡының XVII—XVIII быуаттарҙағы тарихында ҡанлы ваҡиғалар менән уйылып ҡалған. Фажиғә 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал менән бәйле.
1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡ итергә приказ бирә. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты булған П. И. Рычковтың мәғлүмәттәре буйынса:«близ тысячи человек с женами и с детьми их во оной деревне перестреляно, и от драгун штыками, копьями переколото. Сверх того сто пять человек забраны были в один амбар и тут огнём сожжены. …И таким образом вся деревни Сеянтус жители с их женами и с детьми от мала до велика чрез одну ночь огнём и оружием погублены а жилища их в пепел обращено». ... Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Себер юлының Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, 2 меңдән ашыу кешене үлтерә (хәҙер Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе). Батша хакимиәтенең Ырымбур экспедицияһына ҡаршы торорға тырышҡан башҡорттарҙы ҡырыуы ихтилалдың тағы ла нығыраҡ ҡыҙып китеүенә килтерә.
Һөйәнтүҙ фажиғәһендә ҡорбан булғандар рухына мәсеттәрҙә йыназалар, аяттар уҡып,әруахтарҙы иҫкә алыу йолаларын Йома мәжлестәрендә йыл һайын бер йолаға әйләндереп, тарихи хәтерҙе яңыртып торһаҡ, оло һауаплы эш булыр ине.
Читайте нас в