1976—2015 йылдарҙа хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977 йылдан — башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире, 1983 йылдан — башланғыс кластар факультетының декан урынбаҫары, 1990 йылдан башҡорт һәм рус филологияһы һәм уҡытыу методикаһы кафедраһы мөдире. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (2002) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1986).
Информация башҡорт Википедияһынан алынды.