Райман Сәйәх улы Ишбаев 1959 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ишдәүләт ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын 1977 йылда «Таң» газетаһы редакцияһында корреспондент булып башлай.
Унан хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, Бөрйән район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлегенә эшкә урынлаша.
Ижади эшмәкәрлеге
1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.
1992 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә килә.
1997 −1999 йылдарҙа «Шоңҡар» республика журналы редакцияһында эшләй.
1999 йылда Башҡорт дәүләт филормонияһына яңынан солист-вокалист булып эшләй башлай.
Ул һирәк осрай торған тауышҡа — драматик тенорға эйә була. Башҡорт сәнғәтенең төрлө характерҙағы вокаль әҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы менән айырылып тора. Тамашасыларҙы тауышының лирик моңо һәм көсө әсир итә.
Р. С. Ишбаев башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың үҙенсәлекле вариҫтарының береһе була. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә сағыу ижады менән халыҡ күңелен яулап өлгөрә.
Р. С. Ишбаевтың киң репертуарына 100- ҙән ашыу йыр инә. Улар араһында ҙур вокаль оҫталыҡ, халыҡ сәнғәтен тәрән белеүҙе талап иткән башҡорт халыҡ йырҙары айырым урын биләп тора.
«Буранбай», «Урал», «Илсе Ғайса», «Эскадрон», «Сибай» кеүек халыҡ ижады ынйылары уның оҫта башҡарыуында бигерәк тә әһәң яңғырай. Ул башҡорт музыка сәнғәтен Рәсәй төбәктәрендә һәм сит илдәрҙә лайыҡлы сағылдырыусыларҙың береһе булып тора. 2003 йылда башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн Ишбаев Райман Сәйәх улына «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Райман Ишбаев 2006 йылдың 5 декабрендә 47-се йәшендә фажиғәлә һәләк була.