Ашҡаҙар
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
25 Март 2020, 14:40

Мәңге яңғыраһын йәшлек моңдары!

Венер Абдуллиндың исеме Стәрлетамаҡ өсөн бигерәк тә ҡәҙерле. Сөнки ул, халыҡҡа моң өләшеүҙән дә бигерәк Стәрлетамаҡ филармонияһына нигеҙ һалыусы булараҡ, тарихта яҡты эҙ ҡалдырған шәхес.

- Өфө филармонияһында эшләй генә башлаған сағым ине. Нәзифә Ҡадированың төркөмөндә йырлап йөрөгәндә бер мәлде Вил Ғүмәров саҡыртып алды ла: “Ҡустым, Стәрлетамаҡта филармония асырға кәрәк”, - тине. Башта был хәбәр көтөлмәгән, әҙәм ышанмаҫтай һымаҡ күренһә лә, аҙаҡ дәртләндереп ебәрҙе. Рәмил Ғимранов менән ошо идеяны күтәреп алдыҡ. Ул саҡта “Юлдар” ансамблендә йырлап йөрөгән Миңнеғәли
Хөснөтдинов та килеп ҡушылды. Шулай итеп, өсәүләп эш башланыҡ. Филармония асыуҙа ул саҡтағы “СССР-ҙың 40 йыллығы” исемендәге Мәҙәниәт йорто директоры Вәкил ағай Иҫәнғолов бик ҙур ярҙам күрһәтте, - ти Венер Стәрлетамаҡта эшләгән йылдарын иҫкә төшөрөп.
Әйҙәгеҙ, уның тауышын ишетеп, йәшлегебеҙгә ҡайтҡандай булайыҡ!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: