Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
31 Март 2020, 15:57

ВЛАДИМИР КУЛИКОВ: «УРАМДАРҘА ДЕЗИНФЕКЦИЯ ЯҺАЛА!»

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов «Бәйләнештә» социаль селтәрендә үҙ сәхифәһендә ҡалала дезинфекция яһаусы техника эшләүе тураһында яҙма урынлаштырған. Етәксе һүҙҙәренсә коммуналь хеҙмәте белгестәре үҙ хәүефһеҙлек саралары күреп туҡталыш повильондары, балалар майҙансыҡтары, парк, скверҙар һәм күп фатирлы йорттарҙың подъездарында дезинфекция яһай. Эштәр башҡарылыуын дәлилләп ул видео яҙмалар ҙа беркеткән.

“Шулай уҡ, ҡалала тауышлы иҫкәртеү яһала. Бының өсөн ашығыс хеҙмәттәренең ҡысҡыртып һөйләүсе ҡорамалдары булған автомобилдәре йәлеп ителә”, -тигән ул.
Владимир Иванович шулай уҡ, ҡала халҡын профилактик сараларҙы үтәргә һәм бер сәбәпһеҙ урамға сығып йөрөмәҫкә саҡыра.
Читайте нас: