Нилүфәр исемле үзбәк хатыны менән танышып дуҫлашып киттек.Ул үҙенең ипле,йор һүҙле,Ҡорьәнде әйбәт белеүе менән йәлеп итте мине.Иптәше Эргаш төҙөүсе булып эшләй,ваҡытлыса беҙҙең поселокта йәшәп яталар.Бер йәйҙә уның Бабурморза исемле 11йәшлек улы ла Үзбәкстандан йәйгелеккә килде.Мин ҡунаҡҡа саҡырҙым.Урамға сыҡҡас,Бабурморза туп уйнай башланы.Мин бер нимәгә ихтибар иттем.Ул әҙерәк уйнай ҙа кеҫәһенән сығарып ниндәйҙер аҡ сәтләүек һымаҡ кәнфитте кимереп ала.Мин әнейем Үзбәкстанға барғанда алып ҡайта торған аҡ кәнфит тип торам.”Бигерәк тәмле ине,”- тип һөйләп алдым.
Нилүфәр берваҡытта ла һүҙҙе бүлдермәй тыңлап бөтөрә ине.”Юҡ,кәнфит түгел,курут,”- тине.Мин ҡыҙыҡһынып һораша торғас шуны аңланым.Нәҡь беҙҙә яһала торған ҡорот,тик әйтелеше әҙ генә үҙгәсә һәм формаһы. Ә тәме ҡабып ҡарағас,беҙҙекенән әҙерәк кенә тоҙлораҡ күренде.Ошо урында уның курут тураһында һөйләгәндәрен тулыһынса яҙам.
”Беҙҙең яҡта ул бик күп ҡулланыла.Беҙҙә уны бәләкәй итеп тәгәрләтеп әуәләп яһап киптерәләр. Болай оҙаҡ һаҡлана,юлға ла алып сығабыҙ.Урамға уйнарға,эшләргә сыҡһа ла балаларҙың кеҫәһенә һалып сығарабыҙ.Бәләкәйҙән шулай өйрәтәбеҙ.Ашағыһы,эскеһе килһә лә шуны кимереп ашап алалар. Беҙҙә болай урамда конфет,печенье ашап йөрөү ғәҙәте юҡ тиерлек.Өҫтәл артында ғына ашайҙар. Улар бит теште лә боҙа,баланың аппетитын бөтөрә.Ә курут улай түгел.Күп балаларҙың кеҫәһендә курут. Уны һыйыр,дөя,кәзә,бейә һөтөнән дә яһайҙар. Башта ҡатыҡ итеп ойоталар. Әсетәләр,ҡайнаталар. Барыһы ла файҙалы. Кальций курутта күп,һөйәктәргә файҙалы,тештәрҙе таҙартып тора,эсәһе килеүҙе баҫа,ашҡаҙанды әйбәт эшләтә,әселеге балаларҙың эсен ҡортлатмай.Беҙ унан ҡыҙыуҙа айран яһап эсәбеҙ.Һыуығыраҡ ваҡытта ҡайнар һыуға һалып ебетәбеҙ,укроп,борос һалып эсәбеҙ. Һыуыҡ тейеүҙән файҙалы.Иммунитетты күтәрә.Һурпаларға ла һалып ашайбыҙ,”- тине ул.
Мин уның һүҙҙәренән һуң Бабурморзаға ҡараным. Ысынтылап та тештәре ап-аҡ,һомғол буйлы,ҡуйы сәсле,төп – төҙ арҡалы малай ине.Печенье,конфетты күп ашап үҫкән бала бындай булмаҫ шул тип уйланым.Берәр зыянлы яғы бармы икән тип һорағас,”Һәркем ашап ҡарарға тейеш.. Шунан файҙалымы,зыянлымы,үҙенең хәлен һәркем үҙе аңлар,”- тине..
Аллаһы Тәғәләғә бөтмәҫ – төкәнмәҫ рәхмәттәр әйттем.Үҙемдең тәнемде лә,йәнемде лә сәләмәт итеп үҫтерергә ярҙам иткән ҡоротто мин шулай онота башлағанмын икән. Мин йәшәп ятҡан ерлектә ҡорот яһау бөтөнләй юҡ.Мин бер табында ла өҫтәлгә уны ҡуйғандарын күргәнем юҡ.Туҡмас ашына ҡушып ашарға һәрваҡыт ҡатыҡ ҡуялар. Ул ҡатыҡ ҡайһы берҙә ҡыҙыл була.Уға сөгөндөр турап һалып яһайҙар.Ҡатыҡ та файҙалы,ул инде ҡызлап әсеп бөтмәгән,ҡаҙан янында баҫып тороп сәғәттәр буйына һапырылмаған(беҙҙең яҡта ҡатыҡ ҡайнап сыҡҡансы болғатып тороуҙы шулай тиҙәр), таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа һалып һарҡытылмаған ғына.Шап – шоп устан – усҡа күсереп әүәләнмәгән.
Бына һиңә мә!!! Ҡорот ниндәй көскә эйә икәнен йылдар аша миңә Аллаһы Тәғәлә Харезмдан килгән үзбәк хатыны аша яңынан ишеттерҙе.Ниндәй файҙалы ризыҡ араһында үҫкәнмен!!!Тик уны ғүмер буйы ҡулланырға кәрәк икәнен баштан сығарғанмын.Ауылға ҡайтҡас Наил мыртыйымдың хатыны Гөлемеш килен гел ҡорот,һары май күстәнәс итеп бирергә тырыша.Мин әҙ генә алам да,”Ошо етә,ашаусы бик юҡ.”- ти инем.Хәҙер инде һуңғы ҡайтҡан да күпме бирһә шуның хәтлем алдым.Ҡыш буйы ҡайнар һыуға йәшел һуған,укроп,ҡыҙыл борос та һалып ашаныҡ.Ашыҡҡанда ла бик яйлы.Туҡлыҡлы,хатта аш һурпаһы урынына ла бара.Былай аштарға ла һалып ашарға була.Ә тәме!!! Магазиндарҙың бөтөнөһен йөрөп эҙләп сыҡһаң да таба алмайһың ул тәмде.
Ашаған ризыҡтарҙың файҙаһың әнейем мәрхүм өйрәткәнсә тикшерәм. Минем тыуған ауылым Биштирәк ауылында ике урам. Ике урамды ҡәҙимге генә бейек тау бүлеп тора. Уртансы авзыйым шул тау аша икенсе урамда йәшәй ине.Әней ҡайһы берҙә Зөфәр авзыйҙарға тауға менеп тау аша төшә ине.Мин нишләп тигеҙ урам буйлап бармайһың тиһәм,әней: ” Йөрәгемде тикшерәм.Тыным ҡыҫылһа тауға менгән дә тимәк йөрәк көсһөҙләнә башлаған.Ашауҙы дөрөҫләп нығытырға кәрәк. Ә тыным ҡыҫылмаһа,әле әйбәт. Йөрәк тауға менгән һайын нығына. Тауға менергә йыбанма, ”Мин шаяртып: ”Алайһа кардиограмма төшөрәһең инде тауға менеп төшкәнсе,”- ти инем. Был һүҙҙәрҙе иҫтән сығармаҫҡа тырышам. Ваҡыт – ваҡыт тауға менеп йөрәкте шулай тикшереп торам. Беҙҙең яҡтағы һымаҡ тау итәктәре һарайға терәлеп тормауы ғына насар.Көн дә менеп төшөр инем. Йөрәккә хәл биреп тороусы ризыҡ араһында Гөлемеш килен биреп ебәргән ҡороттоң да урыны бар тип уйлайым.
Ә бит беҙҙең яҡта ҡоротто элек – электән үк яһағандар. Беҙҙең кәртәләүҙә ваҡыт-ваҡыт тоҡта ҡорот һарҡып тора ине.Уның әскелтем тәме янынан үтеп киткәндә лә танауҙы ҡытыҡлай, хатта ауыҙҙа һиҙелә. Мин ҡайһы берҙә башты эйеп ағып торған эркетен эсеп китә инем. Тик ни өсөндөр уның файҙалы яҡтарын беҙ онотоп барабыҙ һымаҡ.Беҙҙә балалар уны кәнфит урынына ашамайҙар бит. Бәлки уны улай эре итеп әүәләп киптермәҫкәлер. Ваҡ,бытбылдыҡ(перепелка) йомырҡаһы хәтле генә итеп киптерергә лә,әйҙә балаларҙың кеҫәһенә уйнағанда ла,эшләгәндә лә кимереп йөрөрлек итеп һалып сығарырға.Ҡапҡан һайын кальций инә,теш таҙартыла,эсе ҡортламай.Шәп бит!!!Аппетиты яҡшырып,ашағыһы килеп инә. Ә йәй көнө айран яһап эсһәң тағын ды әйбәт. Улай эсеүселәр барҙыр.
Айран тигәндә,бер бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булдым.Айранға Карачаево–Черкесияда ҡала төҙөлгән саҡта уҡ монумент ҡуйғандарын белеп,хайран ҡалдым.Хатта йылан саҡҡанда йылан ағыуын да еңә тип иҫбатлағандар айранды. Ул яҡтарҙа элек–электән үк айранға ҡарата оло хөрмәт булған.Һәр килгән ҡунаҡты ла,үҙҙәрен дә иң файҙалы,иң ҡәҙерле эсемлек итеп һыйлайҙар икән. Хатта үтеп барған таныш,таныш булмаған кешегә айран эсертеп ебәреү күркәм,маҡтауға лайыҡлы элек – электән килгән йола. Ә менә айран яһау серҙәре лә, ысулы ла ул яҡтарҙа үҙенсәлекле.
Ул яҡта айран бүтән төрлө. Ярар.һәр халыҡтың үҙенең ризығы. Хәҙерге көндә лә монумент ҡалаға иңгән ерҙә иң беренсе булып кешеләрҙе ҡаршы ала. Уны реставрация яһап,тағын да матурайтҡандар. Монументта горянка ике ҡулына айран тулы кәсә тотоп баҫып тора. Әйе,милләткә сәләмәтлек биргән,уны көслө,ҡеүәтле иткән ризыҡ монументта баҫып торорға,маҡтауға лайыҡлы тип иҫәпләй ошо ерҙә йәшәп ятыусы халыҡ. Беҙҙең районға ингән ерҙә лә йә кымыҙға,йә айранға монумент әлбәттә ҡамасауламаҫ ине.Ул бит халыҡтың нимәгә күңел һалғанын да күрһәтә.Иң беренсе килгән ҡунаҡтарға араҡы түгел,ҡымыҙ,айран һалып бирһәк ҡалай шәп булыр ине.Баш та,ашҡаҙандә эшләп китә,күпме файҙалы мәтдә,витаминдар,минералдар тәнгә инә,һыуһын ҡана!!!
Фәнни яҡтан ҡороттоң файҙалы һәм зыянлы яҡтарын теләгән кеше үҙе интернетҡа инеп уҡый ала. Беҙҙең яҡта ҡоротто бик оҫта,тәмле яһайҙар. Һәм ошондай файҙалы ризыҡтың беҙҙең яҡта булыуы ҡыуаныслы күренеш. Беҙҙең валюта!!! Мин уның яһау рәтен белмәүсе йәштәр булһа,ҡыҙыҡһынһалар тип, ҡоротто бик тәмле,еренә еткереп яһаусы Гөлемеш килендән һораштым да яҙырға булдым.Ҡайһы берәүҙәр бүтән төрлө,йәки тағын да әйбәтрәк ысулын белһә, яҙырҙар.
Сепараттан сыҡҡан,сыҡмаған һөттө ҡайнатып сығараһың. Йылымыс ҡына булып һыуынғас,ҡатыҡ ойотҡоһо һалаһың. Йәки ҡайһы берҙә һөт үҙе лә әсеп ҡызлап сыҡҡансы торорға мөмкин. Кем теләй йә сейә ботағын, йә ҡарағат ботағын яфраҡтары менән һалырға мөмкин. Ҡайнатыр алдынан алаһың. Улар үҙенә күрә специфик тәм бирә. Һөттө ҡызлап әсегәнсе ойотаһың,хатта аҡһымы һыуынан айырылып төпкә төшһә тағын да әйбәт. Шунан утта ҡайнатып сығараһың. Ҡаҙанда ҡайнатһаң ныҡ шәп.Утҡа һауытты ҡуйыуға бертуҡтауһыҙ һапыра башлайһың. Самалап тоҙ һалаһың. Һалмаһаң, ташып сығып түгелә.Ҡайнап сыҡҡас икенсе һауытҡа бушатаһың (йәки беҙҙең яҡтағыса әйтһәң,ҡутараһың). Икенсе һауытта һыуына. Шунан йә киндер туҡыманан,йә (вафельный) таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа һалып һарҡытырға бәйләп аҫып ҡуяһың. Уның һарҡып ағып төшкән һыуы эркет тип атала. Ул эркетте беҙ йәш саҡта уҡ сәс,бит йыуырға ҡуллана инек. Еңгәй хәҙерҙә бик ҙур дауалау көсөн белгәндәр бөйөр таштарын эретә тип эсәләр ти. Хатта тән йыуыусылар ҙа бар. Сәсте әйбәтләткәнен барыһы ла белә. Тән,бит тиреһе йомшарып китә тине.
Был ҡорот иҫкиткес ғәжәеп файҙалы ризыҡ.Кибеттәге порошоктан яһалған һөт ризыҡтары түгел инде.Ауылдарҙа һыйыр тотҡан кешелә яһай алһа әллә кемдәр килеп һатып алырлыҡ теләһә ҡайһы йәштәге кешегә лә файҙа,тән сәләмәтләге биреп тора торған ризыҡ.Монументҡа баҫтырырға лайыклы.
Заухия Низамиева (Кадырбакова) сәхифәһенән.