Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
13 Апрель 2020, 17:55

ЗИНГЕР машинаһы тарихы

Бынан бер-нисә йыл элек теген машинаһы һәр ғаиләлә булырға тейешле, кәрәкле йыһаз (ҡорамал) булып тора ине. Ышаныслы, ватылмай торған шәп Zinger (йәки Singer) машинаһын күптәр әле лә һағынып иҫкә ала.

Бөгөн һеҙҙе “Зингер” теген машинаһы тарихы менән таныштырмаҡсыбыҙ, ул машинкалар беҙгә ҡайҙан һәм ҡасан килеп еткән – ошо турала һөйләмәксебеҙ. Был йәһәттән беҙгә уникаль экспонаттар, тарихи ҡомартҡылар һаҡлаған Стәрлетамаҡ тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ярҙамға килә. Әйткәндәй, бының өсөн беҙгә музейға барып тороу ҙа кәрәкмәне – сәйәхәтте интернет аша ҡылып була.
“Зингер” теген машинаһын Америка кешеһе Айзек Зингер уйлап сығара. 1851 йылда ул “Zinger” машинкаһын патентлай. Ошо ваҡиға “Зингер” индустрия империяһына башланғыс һала ла инде. Беренсе тәжрибә өлгөһө 100 доллар менән баһалана, ә 1854 йылда машина уйлап сығарыусы Э. Кларк менән берлектә «I.М. Singer&Compani» ширҡәте ойоштора.
“Зингер” компанияһы бизнес тарихына реклама өсөн йылына бер миллион долларҙан ашыу сығым түккән (сарыф иткән) тәүге компания булараҡ инеп ҡала.
1908 йылда компания Нью-Йоркта беренсе күп ҡатлы йорт төҙөй. Компания шуның менән билдәлелек яулай: ул 1854 йылда машиналарҙы кисектереп, бүлеп түләү юлы менән һата башлай. Шулай уҡ төрлө илдәрҙә сервис үҙәктәре селтәре булдыра. Әйткәндәй, шул сервис үҙәктәренең береһе әлеге Стәрлетамаҡ музейы бинаһында урынлашҡан була. Рәсәйҙә “Зингер” заводы 1902 йылда эшләй башлай.
Тимәк, алдынғы ҡарашлы шәхес бынан йөҙ етмеш йыл элек үк бизнес серҙәрен уйлап тапҡан һәм уның эшмәкәрлеге беҙҙең ҡалаға тиклем килеп еткән.
Роза САФИНА.
Читайте нас: