Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
20 Апрель 2020, 20:05

Бер хәл иҫкә төштө... Аҙағы.

Ирегеҙ, әллә ғәфү үтендеме, тип һораным. Юҡ , күҙемә тура ҡарап әйтмәне, әммә ғаилә дуҫтарыбыҙға үҙ яҙмышын һөйләп, күңелен бушатҡанда, әйтеп ҡуйған, эх, ахмаҡ булғаным, шуға ла мине хоҙай рәхәтләнеп кәрәген бирҙе,тип.

... Ул үҙенән өлкән бер ҡатынға өйләнде, тип әйттем бит, шуның менән һаман йәшәйҙәр. Минең рәнйештәрем, ҡалдырып киткән ҡыҙыбыҙҙың рәнйеше уны ла ситләп үтмәне. Аҙаҡ
дуҫтарым һөйләүе буйынса белдем. Өйләнеп йәшәй башлағас, ҡатыны , ,,әсәйем ҡаршы минең , ҡатынын ташлап киткән иргә кейәүгә сығыуыма'' - , тип уны ауылына ла алып ҡайтмаған, туғандары менән дә таныштырмаған. Һәр аҙна йома көн эшенән һуң , әсәйемде ҡарарға кәрәк, яңғыҙы, тип үҙе генә ҡайтып йөрөгән. Бер йыл йәшәгәс ир түҙмәй , артынан ауылға бара. Шунда асыҡлана ла инде, ни өсөн ирен ауылға алып ҡайтмауы.


12 йәштәр тирәһендәге Даун малай ҡаршы ала ирҙе.

Һуңынан ул баланы ирем үҙ исеменә яҙҙыра, Өфөгә алып килә, ҡарай, төрлө реабилитацион үҙәктәрҙә шөғөлләнәләр, малайы атай , тип йөрөтә икән үҙен. Башҡа бала табалмай ҡатыны. Дуҫтарымдың миңә һөйләрен белеп тә, мин белһен өсөн һөйләгән ул. Хәҙер икенсе бисәһенең туғандарына ул - герой! Ныҡ хөрмәт итәләр икән үҙен. Тик белмәйҙәр генә, ул ир ҡасандыр үҙ Даун синдромы балаһынан баш тартҡанын. Тормош шулайҙыр инде, маңлайыңа яҙылғандан ҡасып ҡотолоп булмай! Ҡатын бер аҙ асыуланып, берсә ҡыуанып, аҙыраҡ көнләшеп тә һөйләүен белде. Ошо мәл мин уның йөҙөндә оло хәсрәт ,ҡарашында боҙ һалҡынлығын тойҙом. Юҡ, ҡасандыр ҡалдырып киткән балаһын эҙләргә йыйынмай ул, сөнки тел төбөнә ҡарағанда , ейәнен әле ҡайҙа ҡуйырға белмәй! Дуҫтар,насип булһа , дауамы киләсәктә китабымда баҫылып сығасаҡ. Хәбәр итермен.

Земфира Байбулдина.

Читайте нас: