Әле ҡасан ғына Стәрле йылғаһының яр буйын төҙөкләндереү тамамланғайны. Яр буйындағы һәр элемент ҡала халҡы өсөн уңайлы булһын тип уйлап эшләнелде: яҡтыртҡыстар, йәйәү һәм велосипедта йөрөү юлдары, эскәмйәләр, сәскә түтәлдәре, уйын майҙансыҡтары һәм бик күп нәмәләр. Барыһы ла рәхәтләнеп ял итеү өсөн. Былар бер йылға ғына эшләнмәне, ә беҙҙең балаларыбыҙ бер-нисә йылдан һуң да йәмле яр буйында йөрөп йәненә ял алһын өсөн.
Ә бының өсөн ҡаланың коммуналь хеҙмәттәренең хәстәре генә етмәй. Ҡалала йәшәүселәрҙең һаҡсыл ҡарашы үтә лә мөһим. Үҫмерҙәр яңы парк скульптураларын һәм заманса сәнғәт фрмаларын боҙоп китеүенә бәйле күпме миҫал килтерергә була! Йәки ҡайһы бер әҙәмдәрҙең яңы ғына ултыртылған туя ағастарын үҙ кәрәгенә ҡаҙып алғандары тураһында. Йә булмаһа иҫерек әҙәмдәр камераға ҡарап, ҡылансыҡланып үсекләп китһендәрме, ағас үҫентеләрен һындырһындармы...
Бында видеола йәштәр тәү ҡарашҡа бер нәмәгә лә зыян килтермәгән кеүек. Әммә улар маҡсатлы рәүештә машина менән йәйәү йөрөй торған зонаға инеп, газонды тапатып үткән, брусчатка һалынған ерҙән, велосипедта йөрөй торған юлдан үткән. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар. Видеонан күренеүенсә, йәш кешеләр (һәр хәлдә руль артындағылары) бәлиғ булғандар, шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәренә уларҙы яуапҡа тарттырыуы бер ни ҙә түгел.
Материал Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте сәхифәһенән алдынды.