Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәхифәләрҙән
19 Апрель 2023, 12:00

Стәрлетамаҡ уҡыусылары сәйәхәткә барған

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә 5-9-сы  класс уҡыусылары өсөн түләүһеҙ хеҙмәт тураһында һөйләне.  Һүҙ «Мәктәп туризмы» тураһында бара. Республика етәксеһе әлеге программа сиктәрендә Стәрлетамаҡтан 45 мәктәп уҡыусыһының Өфөгә экскурсияға килеүҙәре тураһында хәбәр итә.  

Шуныһын да иҫкә төшөргөбөҙ килә: 5-9-сы кластар өсөн туристлыҡ программаһын тормошҡа ашырыуҙа беҙҙең республика 18 пилот төбәктәрҙең береһе булып тора. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса балаларға түләүһеҙ сәйәхәт өсөн социаль сертификаттар бирелә. Ике көнлөк турҙар программаһына өс һәм унан да күберәк йондоҙло ҡунаҡханала йәшәү, туҡланыу, экскурсион һәм транспорт хеҙмәтләндереү, төркөмдө оҙатып йөрөү һәм гид-экскурсовод хеҙмәттәре ҡаралған.

- Беҙ ҡыҙыҡлы тарихи һәм архитектура һәйкәлдәре,  төрлө тауҙары, далалары һәм урмандары булған бай тәбиғәтле ҙур республикала йәшәйбеҙ. Бөтә ата-әсәләр ҙә ,мәҫәлән Хәйбулла районынан -Белоретҡа, Балаҡатайҙан - Өфөгә балалары менән сығып китә алмай, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Ысынлап та, был программа буйынса һәр баланың республикабыҙҙың, хыялында йөрөткән теләгән бер мөйөшөн, барып күрергә мөмкинлеге буласаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Стәрлетамаҡ  уҡыусылары сәйәхәткә барған
Стәрлетамаҡ уҡыусылары сәйәхәткә барған
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: