Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
4 Сентябрь 2018, 14:43

Һыр бирмәне беҙҙең кадеттар!

Өфөлә Бөтә Рәсәй “Орленок” хәрби-спорт уйындарының төбәк этабы үтте.

Унда Күмертау, Октябрьский, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан һәм Стәрлетамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Мишкә райондарынан барлығы 10 команда ҡатнашты. Был сарала ҡалабыҙҙың 4-се мәктәбе кадеттары сығыш яһап ҡына ҡалманы, ә еңеү менән ҡайтты. Афарин, кадеттар!
– Программа төрлө этаптан торҙо: команда менән таныштырыу, стройҙа йөрөү буйынса әҙерлек, Калашников автоматын йыйыу-һүтеү, пневматик винтовканан атыу, “Ватаныбыҙ тарихының хәрби биттәре” викторинаһы бик тә оҡшаны, – тип хәтерләй еңеүселәр уйындарҙы. – Ә Алкинолағы хәрби часть базаһында ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү һәм урында тактик уйындар буйынса ла ярыштар ойошторолдо.
Стәрлетамаҡ кадеттары быларҙың береһен-дә лә һыр бирмәгән һәм 1-се урын яулаған. Команда кубок, дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Улай ғына ла түгел, төбәк этабында еңеүселәр “Орленок” бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә барыу хоҡуғы алған. Хәҙер Стәрлетамаҡ кадеттарын “Орленок”та ял көтә!
Читайте нас: