Егеттәр ҡоралланған оҫта енәйәтселәрҙе тотоу мәлендә башын һалды. Кеше үлтереүселәр тотолдо, тик бына милиционерҙарҙы ғына бер кем дә ҡайтара алмай шул... Әммә улар яҡташтары күңелендә һәр саҡ йәшәй. Стәрлетамаҡ районы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫмерҙәре араһында үткән ҡул һуғышы буйынса асыҡ турнир нәҡ ошо хаҡта һөйләйҙер.