Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Октябрь 2018, 14:10

Моң да бар, гол да бар

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисты Айҙар Ғәлимов приздарына футбол турниры үтте.

Яратҡан йырсыбыҙ стадиондар йыйһа ла, был юлы ул үҙе тамашасы, спорт телендә иһә, көйәрмән булды. Айҙар Ғәлимовтың спортҡа һөйөүен бик күптәр белә, быға үҙ исеменә йыл һайын ойоштороп торған турнир ҙа асыҡ миҫал булып тора. Быйылғы турнир – унынсыһы, был турнир тәүге йылдарҙа артистың тыуған ауылында ойошторола башлаһа, әле үҙенең йәшлек ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа күсерелде. Шуныһы ҡыҙыҡлы, Айҙар Ғәлимов Миәкәнән килгән команда өсөнмө, әллә стәрлетамаҡтарға көйҙөмө икән? Һәр хәлдә, уйындар ике команда араһында ғына үтмәне, бында тағы ла Әлшәй, Ауырғазы, Баҡалы... йәмғеһе ун команда приздар өсөн көс һынашты.
Айҙар Ғәлимов оҙаҡ көйәрмәндәр рәтендә булманы, башта халыҡ яратып тыңлаған йырҙарын йырлап ишеттерһә, башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙарынан йыйылған «БашStar» командаһы капитаны булып футбол вете-рандары менән дуҫтарса осра-шыуҙа туп тибеп алды. Йондоҙҙар уйыны 2-2 иҫәбе менән тамамлан-һа, турнирҙа Стәрлетамаҡ районы футболсылары еңде, икенсе урында – ғафуриҙар, ә өсөнсөлә миәкәләр булды.
Футбол яратыусылар өсөн был уйындар үҙенсәлекле булып тойолһа ла Башҡортостан Чемпионаты ла тел осонда тора, әлбиттә, сөнки хәл иткес ике уйын ғына ҡалды. Шулай ҙа быйыл беҙ чемпиондар түгел, кубок – Өфө районы футбол командаһы “Старт-Альтаир”ҙа. Әммә ҡалған миҙалдар өсөн көрәш дауам итә, “Cтәрлетамаҡ” ҡала футбол командаһы Туймазының “Спартак” футболсыларынан бер мәрәйгә ҡалыша, уларҙы ҡыуып етеп булмаҫ кеүек, ә бронза миҙалдарын алыу өсөн Салауат ҡалаһының “Зенит” командаһын һуңғы уйында еңергә кәрәк. Егеттәр, һеҙгә өмөттәр бағлайбыҙ!
Читайте нас: