Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Октябрь 2018, 13:11

Бил нығыта беҙҙә батырҙар

“Күптәрҙе иң ҡыҙыҡтырғаны, бәйгенең үҙәге, әлбиттә, әлеге көрәш майҙаны. Унда һәр ырыуҙың батырҙарының-батырҙары алышасаҡ бит. Көслөнән-көслөрәге алып ташлай бара биреп, майҙанға ысын батырҙар сығырға ла нәүбәт етә”. Ғ.Хөсәйеновтың “Ете ырыу” хикәйәтен уҡып, үҙең дә көрәш майҙаны эсенә инеп киткәндәй булаһың. Сал быуаттар төпкөлөнән килгән был ярыш төрө бөгөнгө ҡала шарттарында ниндәй ҡаҙаныштар менән йәшәй һуң?

Халҡыбыҙҙың данлы һәм аҫыл традицияһы хәҙерге заманда ла үҙ әһәмиәтен юғалтмай. Ҡалабыҙҙа йәш егеттәрҙе сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу, милли көрәште үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла. Ҡаланың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһында 2004 йылдан алып “Көрәш” түңәрәге әүҙем эшләп килә. Әлеге көндә 35 бала шөғөлләнә. Улар менән күнекмәләр үткәреү өсөн спорт залы тейешле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Уҡыусылар төп алымдарға, ташлау оҫталығына өйрәнә, кәрәкле ҡағиҙәләрҙе лә тиҙ отоп ала. Шулай ҙа көрәш – мәҙәни мираҫыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа мөһим йүнәлештәрҙең береһе лә ул. Спорттың был төрө үҫмерҙәрҙең характерын сыныҡтыра, сәм, ҡыйыулыҡ, таһыллыҡ сифаттарын тәрбиәләй. Сая егеттәр көрәш техникаһына төшөнә, күнекмәләр үҙләштерә, тән мускулдарын нығыта. Ярыштар донъяһында ҡайнап йәшәү балаларға тиҫтерҙәре менән аралашырға мөмкинселек бирә, алдағы көндәргә аныҡ маҡсаттар ҡуйырға ярҙам итә. Спорт менән ҡыҙыҡһынған егет һәм ҡыҙҙарҙың урам һыҙырып йөрөргә, аңдарын Интернет, планшет менән томалап ултырырға ваҡыты ҡалмай.
Беҙҙең егеттәр төрлө кимәлдә үткәрелгән ярыштарҙа, үҙ ҡалаһын данлап, еңеүҙәр яулап һөйөндөрә. 2017 йылда Волга буйы федераль округының белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында үткән IV Бөтә Рәсәй халыҡ уйындары һәм милли спорт төрҙәре фестивалендә гимназияның көрәшселәр командаһы билбау көрәшендә беренселекте бирмәне. Быйыл ҡыш иһә Ҡырмыҫҡалы районында көрәш буйынса генерал Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә Башҡортостан Республикаһы беренселеге уҙҙы. Бәйге ни тиклем генә көсөргәнешле бармаһын, беҙҙең көрәшселәр иң көслөләре икәнен иҫбат итте: Сөләймәнов Даниил еңеүсе булһа, Басареев Артур 3-сө урынды би-ләне. Үткән йылда көрәш буйынса ошо уҡ кимәлдәге ярышта Хөсәйенов Руслан 1-се урынға сыҡты. 2017 йылда Собханғолов Айнур, Башҡортостанда еңеү яулап, Рәсәй беренселегендә 2-се урынға иреште.
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында үткән Милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса 24-се республика фестивалендә лә ҡаланың көрәшселәр командаһы 3-сө урын менән ҡайтты. Был команда гимназиябыҙҙы төрлө йылдарҙа тамамлаусыларҙан тупланды. Сөнки уҡыусылар, белем усағы менән хушлашһа ла, яратҡан шөғөлөн ташламай, киреһенсә, үҙ өҫтөндә эшләүҙе артабан да дауам итә.
Йәш көрәшселәр менән эшләү дәүерендә ике спорт мастеры, алты спорт мастерына кандидат үҫеп сыҡты. Был уңыштарҙың нигеҙендә өҙлөкһөҙ күнекмәләр, сыҙамлыҡ, ныҡышмалыҡ ята.
Йәш көрәшселәрҙең бөтәһе лә чемпион булырға тейеш тигән маҡсат ҡуйылмай. Иң мөһиме: физик яҡтан ныҡ, тотороҡло холоҡло, отҡор һәм алға ынтылышлы кешеләр булып үҫһендәр. Сөнки илебеҙ яҙмышын нәҡ шундай шәхестәр биҙәй.
Читайте нас: