29 октябрь Өфөлә "Салауат Юлаев" менән "Динамо" хоккей командаһы осрашты. Мәскәү командаһының көйәрмәндәре араһында сәйәсмән Владимир Жириновский ҙа булды. Ысынлап та, сәйәсмәнгә оҡшап уйын да ҡыҙыу барҙы. Әле был, әле икенсе ҡапҡаға шайба сәпәп торҙолар.
Шулай ҙа, боҙ батырҙары уйындың беренсе өлөшөндә иҫәпте аса алманы.
Ял итеп сыҡҡандан һуң икенсе осорҙа уйын бөтөнләй икенсе төҫ алды, командалар бер-береһенә икешәр шайба сәпәне. Иҫәпте "Салауат Юлаев"тан Вячеслав Основин асты, ҡунаҡтар ҙа оҙаҡ көттөрмәне Евгений Мозер яуап гол индерҙе. Иҫәп үҙгәрешһеҙ оҙаҡ торманы, юлаевцылар йәнә алға сыҡты Пётр Хохряков уңайлы мөмкинселек менән файҙаланып шайбаны ҡапҡаға ташланы. 8 минут араһында 4 шайба күрербеҙ тип кем уйлаған, Динамо йәнә иҫәпте тигеҙләне, Вячеслав Кулёмин тағы ла бер мәрәйҙе шәхси статистикаһына яҙып ҡуйҙы.
Ваҡиғалар көсөргәнешле барһа ла, өсөнсө осорҙо йәнә тигеҙ иҫәп менән башларға тура килде. Барыһы ла яңынан башланғандай, беренсе осорҙағы кеүек үк һуңғы егерме минутлыҡта бер шайба ла индерә алманылар. Уйын овертаймға күсеп китте.
Әллә трибунала ултырған билдәле сәйсмәндәр ҡамасауланы, осрашыуҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, һәм ЛДПР паритияһының лидеры Владимир Жириновский, Өфөнөң элекке мэры Ирек Ялалов һәм хәҙер уның урынын биләүсе Өлфәт Мостафин ҡараны. Уйынсыларыбыҙ овертаймда ҡаушап ҡалғандай булды, иҫәпте асҡан Вячеслав Основин үҙебеҙҙең ҡапҡа эргәһендә яңғылышып шайбаны Патрик Закриссонға табан йүнәлтте. "Динамо" һөжүмсеһенә шайбаны ҡапҡағы индереү өсөн тағы ла яҡшыраҡ мөмкинселек яһап булмайҙыр, Юха Метсола командабыҙҙы был юлы ҡотҡара алманы.