Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ноябрь 2018, 13:24

Стәрле егеттәре кемдәр өсөн көрәште?

– Үҙеңә тарт!– Күтәр, күтәр...– Һай маладис! – тигән тауыштар әле бер мөйөштә әле икенсе яҡта яңғырай ине. 28 райондан килгән 150 спортсы бер-береһен шулай еңеүҙәргә ҡеүәтләп торҙо Ренат Шәрипов исеменә арналған көрәш буйынса республика чемпионатында. Майҙандағы көс һәм сәм бәрелеше, ошонда уҡ «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт залында үткән көрәш буйынса Рәсәй чемпионатын иҫкә төшөрҙө. Йәшерен-батырын түгел, бындағы еңеүселәр Рәсәйҙәге көрәш үҫеше ритмына ла ҙур өлөш индерә бит.Әлеге чемпионат яңы исемдәр генә асып ҡалманы, яңы ҡағиҙәләр көскә инеүе менән дә айырылып торҙо. Шуға көрәшселәр ҙә, бер аҙ баҙап ҡалғандай, ҡаршыһындағы спортсыны бик йыш күтәреп бәрергә ашыҡманы, сөнки алып ырғытырға ниәтләп үҙең арҡаңа барып төшһәң, шелтә алаһың. Ә бындай өс шелтә – еңелеүҙе аңлата.

Көрәш тә, тап әкиәттәге кеүек, өс көн барҙы, спорт ярыштарын республика вице-премьеры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Әхмәтханов, Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та килеп күрҙе һәм майҙан батырҙарын сәләмләп чемпионатты асыу тантанаһында ҡатнашты.
«Барыһын да ошондай ҙур сара менән ҡотлайым. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән бөтә спортсыларға ла еңеүҙәр теләйем. Артабан да ошондай милли спорт төрҙәрен һәм массалы ярыштарҙы ойоштороу буйынса әүҙем эш алып барасаҡбыҙ», – тине Артур Фәрүәз улы үҙ сығышында.
Көрәш чемпионатын асыу тантанаһы төрлө концерт сығыштары, ҡурай моңо һәм бейеүҙәр менән сағыу башланды, майҙандың төп батырҙары ла эшен ошо уҡ тулҡында дауам итте. Спортсылар өсөн иң мөһиме – ғәҙеллек, шулай ҙа был йәһәттән һорауҙар булмағандыр, булһа ла, ярыштар техник яҡтан яҡшы йыһазландырылғайны. Һорауҙар килеп сыҡҡан мәлде яҙҙырылған видео аша яңынан ҡарап, баһаларға мөмкинселек булды.
Шуныһы ғына күңелде ҡыра: Стәрлетамаҡ спортсылары еңеүҙәр яуламаны, әммә әлеге өлкәлә ҡайнап йәшәгәндәр бының менән килешмәҫ ине, бәлки. Сөнки ҡалабыҙҙа уҡып йөрөгән йә уҡып бөткән, эшләгән егеттәр сит район һәм ҡалалар командаһы составында сығыш яһай бит. Тап еңеү-селәр араһында ла уларҙың исемдәре яңғыраны. Нисек кенә булмаһын, ҡалала эшләп килгән тренерҙар үҙҙәре өйрәткән егеттәр өсөн янып торҙо. Бәлки, киләсәктә Стәрлетамаҡ исеменән көрәшеп еңгән-дәр ҙә булыр, һәр хәлдә, ҡала хакимиәтенән белде-реүҙәренсә, беҙҙә көрәшкә ныҡлап тотонорға уйлайҙар!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: