Ошо көндәрҙә Конгресс-холда шахмат фестивале үтте. Унда 300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты, былтырғы менән сағыштырғанда ҡатнашыусыларҙың һаны кәмеһә лә, араларында күп тапҡыр ил һәм республика кимәлендә еңеү яулаусылар, шахмат буйынса юғары рейтинг эйәләре йыйылған ине.
Еңеүселәр араһында күбеһе Өфө вәкилдәре булһа ла, Стәрлетамаҡтар ҙа "көмөш" һәм "бронза" миҙалдарына өлгәште.
Тап ошондай шахмат турнирҙары республиканың төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе таланттарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән дә инде. Партия артында Аҡъярҙан алып Нефтекамаға, Октябрьскийҙан Учалыға тиклем аралыҡта йәшәүсе спортсыларҙың бер-береһе менән уйнағандарын күрергә була ине. Ғөмүмән алғанда, яршыҡа үҙҙәренең иң көслө спортсыларын 20 ҡала һәм район йүнәлткән ине.