Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Декабрь 2018, 13:52

АТ МЕНӘН ЙӨРӨ

Шахмат уйнағанда ҡатмарлы осраҡтарҙа һындарға ла ҡарамай, ”ат менән йөрө”, тип шаяртырға яраталар. Аттың, башҡаларҙан айырмалы, һикереп үтеү һәләте бар. Шулай ҙа 35-се мәктәптә ҡала мәктәптәре командалары араһында үткән «Аҡ ладья» республика турнирына һайлап алыу этабында ҡатнашыусыларға әйтеп торорға ярҙамсылары булманы. Бәлки, булмағаны ла хәйерлелер, сөнки пешкалар, ферздар һәм башҡа фигуралар ҙа балалар етәкселегендә ҡыҙыу алышты.

Быйыл был турнирҙа 30 мәктәп ҡатнашыу теләген белдергән, коман-далар составында 124 уҡыусы көс һынашты. Бындай ҙур күләмдә үткән сара ике көн дауамында барҙы. 1-се һәм 2-се урындарға дәғүә итеүсе командаларҙы билдәләүе еңелдән булманы. Быйыл беренсе урынды 1-се гимназия шахматсылары алды, ә турнирҙың былтырғы еңеүселәре – 1-се лицей командаһы – быйыл икенсе булды. Өсөнсө урынға иһә бер юлы 7-8 команда көрәште, әммә 11-се мәктәп был көсөргәнештә көслөрәк булып сыҡты. Ә һайлап алыу турында еңеү яулаған 1-се гимназия командаһы республика турнирында ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, быйыл был турнир Стәрлетамаҡта үтә.
Турнирҙы ойоштороусылар 35-се мәктәп директоры Рафаэль Түлегәновҡа, 2-се балалар спорт мәк-тәбе уҡытыусылары, ярыштың төп судьяһы Андрей Бережнев һәм секретары Рафиҡ Ибраҡовҡа ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт тә белдереп үтте.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: