Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь 2018, 15:06

Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы

Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары тамамланды. Ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы 41 миҙал яуланы, Ҡытай спортсылары иҫәбендә — 31 миҙал, тип хәбәр итте «Фейсбук»тағы сәхифәһендә ойоштороусылар вәкиле һәм Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы матбуғат секретары Елена Ледяйкина.
Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары Башҡортостандың баш ҡалаһында 16-18 декабрҙә уҙҙы. 200-гә яҡын спортсы хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы ярышы һәм сноуборд буйынса көс һынашты.
Ярыштарҙың төп судьяһы булып легендар хоккейсы Вячеслав Фетисов сығыш яһаны. Сараны ябыу тантанаһынан һуң Ҡытайҙың йәш спортсылары билдәле чемпиондан автограф алыу өсөн оҙон сиратҡа баҫты.
http://www.bashinform.ru/news/1253200-v-ufe-na-ii-rossiysko-kitayskikh-igrakh-rossiyane-zavoevali-41-medal/
Читайте нас: