Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь 2018, 15:04

«Өфө» футбол клубы ябыҡ күнекмәләр манежын һәм шәхси медицина үҙәген төҙөй

«Өфө» футбол клубы «Нефтсе» стадионы янында ябыҡ күнекмәләр манежын төҙөргә ниәтләй. Был хаҡта Рәсәй Премьер-лигаһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Шулай уҡ Башҡортостан клубы етәкселеге һәм «Өфө» футбол клубы мәктәбенең ата-әсәләр комитеты йыйылышында шәхси медицина үҙәген асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостандың баш ҡалаһында быйыл футбол буйынса донъя чемпионатына уҡыу-күнекмә базаһы төҙөлдө. Уны Өфө футбол мәктәбе һәм балалар-үҫмерҙәр командалары тәрбиәләнеүселәре ихтыяжы өсөн тапшырҙылар.
http://www.bashinform.ru/news/1256157-fk-ufa-postroit-krytyy-trenirovochnyy-manezh-i-sobstvennyy-meditsinskiy-tsentr/
Читайте нас: