Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Декабрь 2018, 21:24

Легендар спортсынан автограф, оҫталыҡ дәресе һәм кубок!

1972 йыл Мюнхен олимпиадаһында АҠШ һәм СССР баскетбол командала-ры араһында финал уйынында булған ваҡиға Иван Едешконың характерын күрһәтеп торғандай. Уйын тамамланырға 3 секунд ҡалғанда, еңелеп барған командабыҙ бар донъяны хайран ҡалдырып, еңеүгә өлгәште. Был ваҡиға тураһында күптән түгел генә «Движение вверх» фильмын төшөрҙөләр. Яңыраҡ Стәрлетамаҡҡа ҡунаҡҡа килгән спортсы – иң киҫкен мәлдә уйында ҡатнашҡан спортсыларҙың береһе, уның легендар пасынан еңеү голы индерелә лә инде.

Олимпиада чемпионы, совет баскетболсыһы, Советтар Союзының атҡаҙанған спорт мастеры Иван Едешко «Стәрлетамаҡ-Арена» спорт һарайына килде. Уның менән осрашыу өсөн ҡаланың йәш спортсылары йыйылғайны, легендар уйынсыны күреү ҙә ҙур еңеүҙәргә тәжрибә булып тороуы мөмкин. Осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ринат Райманов ҡатнашты.
Иван Ивановичтың 73 йәштә булыуын әйтһәң, бер кем дә ышанмаҫтыр, бейек кенә ағай йәштәрсә хәрәкәт итә, йылмая, шаярта. КЭС-баскет лигаһы еңеүселәре билдәләнгәс тә, ул командалар эргәһенә барып ихлас аралашты, наградаларын тапшырҙы. Асыҡ күңелле өлкән кеше үҙенең яратҡан уйыны баскетболға яуаплы ҡарай, быны оҫталыҡ дәресендә лә күрҙек. Иң мөһим күнекмәләрҙе яһап күрһәтеү менән генә сикләнмәне, ә һәр спортсынан уларҙы еренә еткереп үтәүҙәрен ҡаты талап итте.
– Әгәр ҙә арый башланығыҙ, көсөгөҙ бөттө тип үҙегеҙҙе тойһағыҙ, туҡталып ҡуймағыҙ. Тап ошо мәлдә күнекмәләрҙе дауам итергә кәрәк, сөнки хәлһеҙ ваҡытта тәндең яңы физик мөмкинлектәре асыла, – тип үҙ серҙәре менән дә бүлеште билдәле спортсы.
Яратҡан уйыны тураһында, әйтерһең дә, көнө буйы һөйләргә, өйрәтергә әҙер ул, әммә спорт һарайының боҙ майҙансығына барырға кәрәк ине. Унда олимпиада чемпионы исеменә арналған кубок өсөн көрәш бара. Әйткәндәй, йәш спортсылар өсөн был иң тәүге турнирҙары, миҙалдар һәм И.И. Едешко исемендәге кубок өсөн 2012 йылғы хоккейсылар көрәште.
Турнирҙа еңгән егеттәр тәүге миҙалдарын һәм кубокты билдәле спортсының үҙ ҡулынан алып шатланды. Ҡаланың «Орлан» хоккей клубы спортсыға үҙенең атрибутикалы баскетболдағы кеүек үк 9 һаны төшөрөлгән спорт формаһын тапшырҙы. Иван Иванович оҙаҡ уйлап торманы, уны рәхәтләнеп кейеп алды һәм балаларға артабан да спорт менән шөғөлләнергә, маҡсаттарына ирешергә теләктәрен әйтте.
Исемле спортсыны бер ҡайҙа ла ебәрергә ашыҡманылар, һәр ҡайҙа ла туҡтатып автограф алалар, уның менән фотоға төшәләр ине. Иван Едешко менән беҙ ҙә аралаша алдыҡ, еңеүҙәр серен дә белдек. «Нисек килә ул еңеүҙәр?» – тигән һорауға бер нисә үҙенең төп принциптарын әйтеп һалды.
– Бирешмәгеҙ! Бер ҡасан да бирешмәгеҙ һәм шул саҡта башҡаларҙың нисек бирешкәндәрен күрерһегеҙ. Минең төп ҡаршылаш уйынсым – мин үҙем. Һәм был алышты мин еңәсәкмен! Әгәр ҙә ”минән килеп сыҡмай” тип әйтәһегеҙ икән, тимәк, теләмәйһегеҙ. Һәр тренировка –ул юғарыға үрләү! Теләк, концентрация, ихтыяр көсө, хеҙмәт – был уңышҡа илтеүсе юл. Тик хеҙмәт аша ғына иң яҡшы булырға мөмкин!
Был һүҙҙәрҙе ҡабатлаһаң да дәртләнеп китәһең, бына ниндәй икән олимпиада чемпиондарының еңеүгә илтеүсе тормош девизы.
Спорт байрамын алып килгән ҡунаҡ 11-се мәктәпкә барып, уҡыусылар менән «Движение вверх» киноһын ҡараны һәм тәьҫораттары менән бүлешеп, аралашып алды. Баскетбол көнө БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы спорт залында студенттар һәм «Уфимец» баскетбол командалары араһында «Йондоҙҙар матчы» менән тамамланды.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: