Таһир Ибраһимов «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры вазифаһына 2017 йылдың мартында тәғәйенләнгәйне. Уға тиклем ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә эшләне һәм хоккей клубында етәксе вазифаһында Валерий Нургутдиновты алмаштырҙы.
11 ғинуарҙан «Салауат Юлаев» хоккей клубы генераль директоры вазифаһын башҡарыусы итеп элекке башҡарма директор Александр Курносов тәғәйенләнде.
Курносов Александр Евгеньевич, 1979 йылда Һамарҙа тыуған.
Белеме: Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты, 1996-2001.
Карьераһы: 2001-2016 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһының дәүләт власы органдарында, 2016 йылдан әлеге көнгә тиклем «Салауат Юлаев» хоккей клубы системаһында эшләй.
Ғаилә хәле: өйләнгән, ике ҡыҙ тәрбиәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1259251-ofitsialno-tagir-ibragimov-osvobozhden-ot-dolzhnosti-gendirektora-khk-salavat-yulaev/