Ҡарҙа һәм боҙҙа йөрөргә махсус әҙерләнгән мотоциклдарҙы ярышҡа сығарыу еңелдән түгел икән, бының өсөн тотош команда булырға тейеш. Иртә менән ныҡлы әҙерләнеп, бер йөк машинаһы тиерлек ҡорамалдар, запчастар, май һәм яғыулыҡтар тейәп килгән спортсылар командалары һабантуй байрамдарындағы кеүек Стәрлетамаҡ эргәһенә йыйылды. Спортсылар мотоциклдарын сығарып, уларҙы көйләп, сағыу формаларын кейеп, әҙер булғас, ярыштар башланғанға тиклем трассаны өйрәнеп сыҡты. Әйткәндәй, сараны ойош-тороусылар ҙа ныҡлы әҙерләнгән, спортсылар өсөн шәп мөмкинлектәр булдырған. Ҡаланың спорт комитеты рәйесе Юрий Селиверстов һәм Олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Владимир Петров спортсыларҙы сәләмлә-гәндән һуң, тып-тын булып торған урын ҡадировсылар эҙенән барыусыларҙың сәмле майҙанына әүерелеп китте.
Старт бирелгәс тә матайҙар, ҡар менән тупраҡ өйөрмәһен уйнатып, әллә ҡайҙарға елдерҙе. Был тиклем шәп барыуҙы күҙ алдына килтереү ҙә ҡыйын. Спортсылар ҙа оҫта, ”дил-бегәләрен” ныҡлы тота. Әлбиттә, кемдер беренсе булып барҙы, ҡолап ятып ҡалыусылар ҙа булды, шулай ҙа бирешмәне, йәнә һикереп тороп, газға йәлләмәй баҫты.
Халыҡҡа – тамаша, ә спортсылар-ға сәм һәм ҡыҙыу алыштан алынған онотолмаҫ тәьҫораттар. Ғөмүмән алғанда, спорт техникаһы менән ярыштар үҙенсә матур, халыҡ һаман да ”Төҙөүселәр” стадионында ойошторолған спидвей буйынса ярыштарҙы иҫләй, әле бында килеп тә шундай уҡ хәтирәләр бүлешеп, яңы хистәр алып ҡайтты.
Был спорт төрө күптән онотола барған кеүек, тик ҡалала мотокросты яратыусылар һаман да бар. Быны еңеүселәр исемлеген ҡарағанда лә күрергә була. Өфө, Салауат, Ырымбур һәм Стәрлетамаҡтан ҡатнашҡан 40-ҡа яҡын спортсылар араһында беҙҙекеләр һәр төркөмдә призлы урындарға һәм еңеүҙәргә өлгәште. Олимпия резервындағы спорт мәктәбе спортсылары 85 см3 төркөмөндә – Николай Октябрев –беренсе, Иван Свинухов – икенсе, ә 125 см3 төркөмөндә Роман Лахбаум – беренсе, Михаил Ялтонский өсөнсө булды. OPEN төркөмөндә Евгений Тарасов беренсе һәм Евгений Сидрачев өсөнсө урын яуланы.
Йүгереү, йөҙөү, саңғы шыуыу һәм башҡа спорт төрҙәре бик шәп, ә бына техника менән ярыш бөтөнләй үҙенсәлекле һәм сәмле. Ә һеҙ үҙегеҙ һуңғы тапҡыр ҡасан мотокросс ярыштарына барҙығыҙ? Бындай сараларҙан ситтә ҡалмайыҡ, йәмәғәт!