Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2019, 13:56

Алтын да, көмөш тә, бронза ла бар

Пенза өлкәһе губернаторы Кубогы өсөн дзюдо буйынса асыҡ турнирҙан йәш спортсыларыбыҙ еңеү менән ҡайтты.

Күрше өлкәлә булған ярыштарҙа Стәрлетамаҡтың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм олимпия резервындағы спорт мәктәбенән «Кумите» дзюдо үҙәгендә шөғөлләнеүсе 2007-2009 һәм 2005-2006 йылғы балалар ҡатнашты. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә ҡыҙҙар уңышлы сығыш яһап, төрлө дәрәжәләге миҙалдар алып ҡайтты. 32 килограмға тиклем ауырлыҡ төркөмөндә Анастасия Белаш беренсе булды (тренеры Ю.В. Зубков). Өлкәнерәктәр араһында 48 килограмға тиклемге ауырлыҡта Әзизә Ишморатова икенсе урын яуланы, ә кескәйҙәр араһында 28 килограмға тиклемге ауырлыҡ төркөмөндә Арина Щукина бронза алып ҡайтты. Был ике спортсыны ла тренерҙары Л.Р. Сәләхетдинов әҙерләгән.
Читайте нас: