Үткән аҙна аҙағында ойошторолған турнирҙа Ырымбур, Түбәнге Кама, Ижау һәм Магнитогорск ҡалаһынан килгән командалар ҡатнашты. Ҡалабыҙҙың «Орлан» хоккей командаһы һәр береһе менән көс һынашып ҡараны, әммә һәр уйында ла шайбалар ауыр бирелде. Командабыҙ турнирға әллә әҙер булманы, әллә еңеүгә ынтылыш етмәне, өс уйын рәттән командабыҙ еңелде. Тәүге уйында Магнитогорск ҡалаһының «Металлург»ынан 3:9, Ырымбурҙан килгән «сармат»тар һәм Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командалары беҙ-ҙе 2:6 иҫәбе менән ҡыйратты. Шулай ҙа бер еңеү бар: Ижау ҡалаһынан килгән команда 6:5 иҫәбе менән еңелде. Һуңғы уйында турнир еңеүселәре Орск ҡалаһынан «Көньяҡ Урал» хоккейсылары менән көс һынашты. Уйын һуңғы минутына тиклем тигеҙ барҙы, әммә бер нисә секунд эсендә ҡунаҡтар шайба индерә алды. «Ҡар малайы» кубогын Орск ҡалаһынан килгән команда алып ҡайтып китте.