Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Ғинуар 2019, 17:27

Сибайҙа 2020 йылда «Хеҙмәт» стадионын төҙөкләндереү башлана

Киләһе йылда Сибай ҡалаһының «Хеҙмәт» стадионында реконструкция башлана, уның барышында яңы футбол майҙансығын төҙөү күҙаллана.

Капиталь ремонт буйынса төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 64 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Сибайға эш сәфәре барышында 2020 йылда стадионды төҙөкләндереүгә тотоноу өсөн ағымдағы йылда бөтә әҙерлек эштәрен тамамларға ҡушты.
«Иң мөһиме, балаларға бында йөрөүе уңайлы һәм транспорт булырға тейеш», — тине Радий Хәбиров.
Стадион структураһына ингән уҡыу-спорт комплексында төбәк етәксеһе урындағы команда баскетболсылары һәм уларҙың тренерҙары менән аралашты. Улар 6-7 йәштән баскетбол менән шөғөлләнеүҙәрен һөйләне.
«Балалар ҡулсаға тупты нисек төшөрә һуң, ул бейектә тора бит», — тип ҡыҙыҡһынды Радий Хәбиров.
«Тәүге өс айҙа килеп сыҡмай, әлбиттә, ләкин һуңынан беренсе туп баскетбол кәрзиненә төшкәс, шатлыҡтың сиге юҡ», — тип һөйләне тренерҙар.
Радий Хәбиров дуҫтары һәм коллегалары менән баскетболдың аналогы — рэгбол уйнауын әйтте.
Ошонда уҡ республика етәксеһе өҫтәл теннисы һәм бокс менән шөғөлләнгән йәш спортсылар менән аралашты.
«Иң мөһиме, балаларҙы боксҡа ғына өйрәтеп ҡалмағыҙ, ә уларға үҙҙәренең оҫталығын бокс алыштары ваҡытында ғына ҡулланырға кәрәклеген һөйләгеҙ», — тине тренерҙарға Радий Хәбиров.
http://www.bashinform.ru/news/1266702-v-sibae-v-2010-godu-pristupyat-k-rekonstruktsii-stadiona-trud-/
Читайте нас: