Айнур Шәйбәков икенсе урынды алды, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Тамара Танһыҡҡужина еңеү яуланы, уның артынса — Айгөл Иҙрисова.
Ouagadougou Open турниры 22 ғинуарҙа башланды һәм Швейцария системаһы буйынса 9 турҙа үтте. Этапта бөтәһе 58 ҡатнашыусы сығыш яһаны, уларҙың алтауһы — халыҡ-ара гроссмейстер, дүртәүһе — халыҡ-ара мастер. Ир-егеттәр араһында еңеүсене шашка фотофинишы билдәләне. Төп наградаға Камерундан Жан Марк Нджофанг лайыҡ булды.
http://www.bashinform.ru/news/1267130-sportsmeny-iz-bashkirii-v-prizerakh-kubka-mira-po-mezhdunarodnym-shashkam/