Башҡортостан спортсыһы Аделина Ибәтуллина Мәскәүҙә заманса бишалыш буйынса Рәсәй кубогында еңеү яуланы. Мәскәү ҡыҙы Анна Бурякты — 13, ә Ульяна Баташованы 16 мәрәйгә артта ҡалдырҙы. Һуңғы ҡыҙ Башҡортостанда тәрбиәләнгән, ләкин бөгөн Мәскәү өлкәһе өсөн сығыш яһай, тип белдерҙеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәскәү. Рәсәй кубогы. Ҡатын-ҡыҙҙар. Шәхси беренселек:
1. Аделина Ибәтуллина (Мәскәү өлкәһе/Башҡортостан) — 1382.
2. Анна Буряк (Мәскәү) — 1369.
3. Ульяна Баташова (Мәскәү өлкәһе) — 1363.
4. Гөлназ Ғөбәйҙуллина (Мәскәү өлкәһе/Ямал-Ненец автономиялы округы) — 1359.
5. Вероника Ефимова (Мәскәү) — 1355.
6. Екатерина Хураськина (Мәскәү/Түбәнге Новгород өлкәһе) — 1353.
http://www.bashinform.ru/news/1267739-sportsmenka-iz-bashkirii-vyigrala-kubok-rossii-po-sovremennomu-pyatiboryu/