Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2019, 14:39

Еңеүҙәр ҙә, еңелеүҙәр ҙә бар

Үткән аҙна дауамында һәм ял көндәрендә спортсыларыбыҙ ҡалала һәм сит тарафтарҙа грек-рим көрәше, дзюдо һәм хоккей буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Бында уңыштар ҙа, еңелеүҙәр ҙә булды.

Грек-рим көрәше
Һартыу ҡалаһында грек-рим көрәше буйынса Стрижак Кубогына асыҡ ярыштар үтте. Унда йәш көрәшсебеҙ Эдгар Шерстобитовҡа (һүрәттә) етеүсе булмаған, ул беренсе урын алып ҡайтты. Афарин, көрәшсе егет!
Дзюдо
Ҡалабыҙҙа ла Башҡортостан беренселегенә көрәштеләр. 1-3 февраль көндәрендә дзюдо бу-йынса ярыштар уҙҙы.
Бында республиканың ҡала-райондарынан килгән 180-дән ашыу егет һәм ҡыҙ көс һынашты. Был беренселектең әһәмиәте шунда: еңеүселәр Волга буйы федераль округы беренселегендә ҡатнаша ала һәм Башҡортостан Республикаһының йыйылма ко-мандаһы составына һайлана. Егеттәр араһынан үҙ ауырлыҡ төр-көмөндә Козлов Кирилл, Ғәйнуллин Роман, Камалеев Асҡар – икенсе, Щелкунов Максим беренсе урынға өлгәште. Ҡыҙҙар ҙа миҙалһыҙ ҡал-маны: Базлова Полина, Захарова Анастасия – бе-ренсе, Муранова Екатерина, Гудкова Дарья – икенсе, ә Пилаг Виктория өсөнсө урын яу-ланы.
Хоккей
Хоккейсыларыбыҙ ҙа көсөр-гәнешле уйындарҙа ҡатнашты.
«Орлан-2004» командаһына ҡунаҡҡа Яңы Уральск ҡалаһынан «Кедр» килде. Тәүге уйын овертаймға тиклем барҙы, унда беҙҙең спортсылар кәрәкле шайбаны индерә алды һәм ос-рашыуҙы еңеү менән тамамланы. Икенсе көнөнә ҡунаҡтар бөтөнләй икенсе төрлө уйын күрһәтте һәм 2:6 иҫәбе менән еңеп ҡайтып китте.
Ә бына 2005 йылғы командабыҙ Троицк ҡалаһына барып көс һынашып ҡайтты. Тик урындағы «Юниор» ике уйынды ла 2:4 иҫәбе менән еңде. Был егеттәребеҙ мәрәйһеҙ ҡайтты. Ә бер йәшкә бәләкәйерәктәр «Орлан -2006» ике уйында ла еңде. Был командабыҙ голдарҙы яҡшы индерҙе, шуға иҫәп тә ҙур 9:5 һәм 6:2. «Орлан -2009» командаһы ла сәмләнеп китеп уйнап, еңеүгә өлгәште. Азаматов исемендәге Өфө хоккей мәктәбе командаһы “орлан”дарҙан 6:4 иҫәбе менән еңелде.
Спортсыларыбыҙ ҙа, коман-даларыбыҙ ҙа күп, ә бына киләһе ялдарҙа 9 февраль “Содовик” саңғы трассаһында «Рәсәй саңғы юлы» ярыштары үтәсәк. Саңғыла йөрөргә яратыусылар үҙҙәре лә унда ҡатнаша ала.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: