Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Февраль 2019, 14:24

Семен Елистратов шорт-трек буйынса Донъя кубогының ҡатнаш эстафетаһында еңде

Рәсәйҙең шорт-трек буйынса йыйылма командаһы Италияның Турин ҡалаһында Донъя кубогының ҡатнаш эстафетаһында беренсе урынды алды.

Екатерина Ефременкова, Семен Елистратов, Павел Ситников һәм Евгения Захарова 2 минут 40,553 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында — Канада командаһы, (2.40,614), өсөнсөлә — АҠШ спортсылары (2.43,493), тип хәбәр итә РИА Новости.


Бынан тыш, Рәсәйҙең шорт-трек буйынса ир-егеттәр йыйылмаһы Донъя кубогының һуңғы этабында эстафетала алтын яуланы. Денис Айрапетян, Семен Елистратов, Александр Шульгинов һәм Павел Ситников 7 минут 0,206 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урынды Япония шорт-трексылары алды (7.00,703). Өсөнсөлә — итальяндар (7.06,520).


Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылмаһы эстафетала өсөнсө урынды алды. Екатерина Ефременкова, Екатерина Константинова, Эмина Малагич һәм Софья Просвирнова 4 минут 12,590 секунд һөҙөмтә күрһәтте. Беренсе урында — Голландия йыйылмаһы (4.10,115), икенселә — Италия спортсылары (4.11,021).

Читайте нас: