Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Февраль 2019, 12:48

Радий Хәбиров тәүгә плей-офф алдынан «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары менән осрашты

24 февралдә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүгә плей-офф алдынан «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсылары менән осрашты.


Осрашыу Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгеле плей-офф уйыны башланыуға арналды.


«Мин команда менән беренсе тапҡыр аралашам һәм хоккейҙан бер аҙ алыҫмын. Ләкин шуны беләм: республика өсөн хоккей һәм «Салауат Юлаев» – элита, тәүге урында торған спорт. Беҙ, Башҡортостан халҡы, барыбыҙ ҙа ошо исем менән йәшәйбеҙ, ғорурланабыҙ һәм улар өсөн янып-көйәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Өфө хоккей командаһы «Бразилия системаһы» һәм «һеҙ күпме индерә алаһығыҙ, шунса, ә беҙ күпме теләйбеҙ, шунса индерәбеҙ» ҡағиҙәһе буйынса уйнай.



«Плей-офта хаталанырға хоҡуғығыҙ юҡ. Команданың дуҫ, көслө икәнен беләбеҙ. Бындай коллектив менән уңышҡа, йәғни Гагарин Кубогына иҫәп тоторға мөмкин тип уйлайым, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Мин дә һәр саҡ үҙемә юғары маҡсаттар ҡуйҙым һәм ҡолаһам, яңынан күтәрелеп, юлымды артабан дауам иттем».

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, төбәк хөкүмәте «профессиональ хоккейға булышлыҡ итергә теләй, ресурстар бар».


Радий Хәбиров, тәржемәсе хеҙмәтен файҙаланмайынса, инглиз телендә «Салауат» легионерҙарына изге теләктәрен еткерҙе һәм «юлаевсылар»ҙың ҡапҡасыһы Юха Метсоланы тыуған көнө менән ҡотланы, ә бүләккә «Хәбиров» фамилияһы һәм клуб уйынсыларының автографтары менән йәшел свитер алды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн плей-офф 25 февралдә Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» менән башлана. Өфөлә серия 1 һәм 3 мартта дауам итә.

Читайте нас: